Үтә ҡайнар аҙыҡ ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, юғиһә, кеше эстән "һәләк була". Был ваҡытта зыянлы микробтар менән бергә файҙалыһы ла юҡҡа сыға, тағы эстәге туҡымалар зарарланып бешә. Бигерәк тә ҡайнар аштан боҙғаҡ биҙе ныҡ зыян күрә, шул арҡала ауыҙҙан насар еҫ сығыуы ихтимал. Аҙыҡ-түлектең эҫелеге 45 градустан ашмаҫҡа тейеш. Һыуҙы икенсегә ҡайнатмағыҙ, сөнки оҙаҡ ҡайнатҡан һайын уның файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Шулай уҡ белмәгән урындан һалҡын һыу эсеү ҙә һаулыҡҡа хәүеф менән янай. Бынан тыш, хәҙер көнөнә күпме эсергә кәрәклеген белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Шулай ҙа ике литрҙан артығы ярамай, сөнки ул организмдан файҙалы матдәләрҙе йыуып сығара башлай икән. Мөмкин булһа, көн һайын әҙләп сәтләүек ашағыҙ. Уларҙа Е витамины булғанлыҡтан, ҡартайыу процесы әкренәйә, ғүмер оҙоная. Автор фотоһы.