Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Был предприятиеларҙың ҙур киләсәге бар..."

7 августа Өфөгә Бөтә Рәсәй медицина-санитария ярҙамы мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмалары экспозицияһы һәм урында йәшәүселәргә беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлектәре менән танышты. Кәңәшмә ҡунаҡтарына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай холлында мобиль медицина комплекстарын, алдынғы диагностикалау ҡорамалдарын күрһәттеләр һәм һаулыҡ һаҡлауҙың ғәмәлдәге һәм төҙөлгән объекттары, сирҙәрҙе асыҡлауҙың һәм дауалауҙың беренсел ысулдары тураһында һөйләнеләр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдында Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров төрлө тәғәйенләнешле автомобилдәрҙе ҡараны. Улар араһында санитария машиналары, мобиль диагностикалау комплекстары һәм башҡалар бар. Ошонда уҡ “Башҡортостандың һөт кухняһы” диета туҡланыуын етештереү буйынса проект автолавкаһы урынлашҡан. Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрына республикала 131 “Һөт кухняһы”, шул иҫәптән

7 августа Өфөгә Бөтә Рәсәй медицина-санитария ярҙамы мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина ойошмалары экспозицияһы һәм урында йәшәүселәргә беренсел медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлектәре менән танышты. Кәңәшмә ҡунаҡтарына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай холлында мобиль медицина комплекстарын, алдынғы диагностикалау ҡорамалдарын күрһәттеләр һәм һаулыҡ һаҡлауҙың ғәмәлдәге һәм төҙөлгән объекттары, сирҙәрҙе асыҡлауҙың һәм дауалауҙың беренсел ысулдары тураһында һөйләнеләр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдында Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров төрлө тәғәйенләнешле автомобилдәрҙе ҡараны. Улар араһында санитария машиналары, мобиль диагностикалау комплекстары һәм башҡалар бар. Ошонда уҡ “Башҡортостандың һөт кухняһы” диета туҡланыуын етештереү буйынса проект автолавкаһы урынлашҡан. Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрына республикала 131 “Һөт кухняһы”, шул иҫәптән ауылдарҙағы 59 мобиль пунктының эшләүе тураһында һөйләне. - Беҙҙә ете “Һөт кухняһы” етештереү цехы ғәмәлдә, тағы һигеҙенсеһен асыуға әҙерләйбеҙ. Рәсәйҙә, беренселәрҙән булып, тотош республиканы йәлеп иткән аныҡ структураны булдырҙыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары һөт аҙыҡ-түлектәрен бушлай ала. Тағы продукция ирекле һатыуҙа ла бар. Ул башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыла. Күргәҙмәлә үҙ изделиеларын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн реабилитациялау ҡорамалдарын етештереүселәр ҙә ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы былтыр “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумында реабилитациялауҙың техник сараларын етештереүселәргә булышлыҡ итеү республика программаһын эшләү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итте. Уны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл бюджеттан 20 миллион һум аҡса бүленде. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры тармаҡҡа ярҙам итеүҙең медицина изделиеларын, ҡорамалдарын һәм препараттарын етештереүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүе тураһында әйтте. - Заманлаштырыу программаһы фармацевтиканың һәм медицина техникаһын етештергән предприятиеларҙың үҫешенә килтерҙе. Беҙ ҡараған мобиль комплекстар Рәсәйҙә етештерелгән. Был техниканың бөгөн эшләүе, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙә лә мөһим. Заманса техниканың презентацияһын Африка дәүләттәре министрҙарына яһаныҡ. Был илдәргә Рәсәй ҡорамалдарын ташый башларбыҙ, тип уйлайым. Улар менән яҡын күршеләр, мәҫәлән, Үзбәкстан ҡыҙыҡһына, - тине Михаил Мурашко. – Бында фармацевтика, күҙәнәкле технологиялар, реабилитациялау, протезлау программалары буйынса яңы уйланмалар ҡуйылған. Был йүнәлештәр киң әйләнештә. Күҙаллауымса, профилле предприятиеларҙың ҙур киләсәге бар. Дәүләт уларҙың барыһына ла аныҡ ярҙам итәсәк. Фото, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/168742.html