Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы металл һыныҡтарын әҙерләү, ҡайтанан эшкәртеү һәм һатыу буйынса секторҙа һалым түләүҙән ҡасыу схемаларын булдырмау йәһәтенән даими эш алып барыла. Башҡортостан, Мордовия республикалары һалым органдарының, Рәсәй Эске эштәр министрлығының үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүе арҡаһында өҫтәмә хаҡҡа һалымды Рәсәй бюджетына 1,5 миллиард һумдан ашыу күләмдә түләмәү схемаһы асыҡланған. Һалым тикшереүе һөҙөмтәһендә һалым түләүсе, нигеҙләнмәгән һалым килемен алыусы етәксе һәм контроль аҫтындағы төркөм тарафынан һалым йөкләмәһен кәметеү маҡсатында килешелгән һәм аңлы рәүештә атҡарылған ғәмәлдәр теркәлгән. Һалым түләүсе тарафынан булдырылған был схеманың мәғәнәһе – тауарҙы һатып алыу буйынса формаль документтар әйләнешен ойоштороу (хужалыҡ эшмәкәрлеге факттарын имитациялау). Ә ул контроль ойошмалар тарафынан күҙәтелергә һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым түләнергә тейеш. Һөҙөмтәлә ойоштороусыларҙың һәм етәкселәрҙең металл изделиеларын ташыу буйынса килешеү