Өфөлә 39 йәшлек Александр Г. һәм уның өс йәшлек улын эҙләү туҡтатылған. Был хаҡта «БашРегионСпас» хәбәр итә. Ирекмәндәр мәғлүмәте буйынса, ҡатын менән малай имен-һау. Мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, улар 12 августа Нижегородкала юғалған. Ирекмәндәр юғалғандарҙы эҙҙләүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән. Әсәнең бала менән ошо көндәрҙә ҡайҙа йөрөүе тураһында мәғлүмәт юҡ. Асыҡланыуынса, ҡатындың алкоголь менән проблемалары бар. Туғандары әйтеүенсә, был ҡатын быға тиклем дә өйҙән сығып китеп юғалып торғаны бар. Ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү үткәрә. Фото: newsbash.ru