Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәргә миҙалдар һәм ордендар тапшырылды

18 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттарын тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайҡан мобилизацияланғандар һәм доброволецтар алды. – Бөгөн бында илебеҙ һаҡсылары, офицерҙар, сержантар, старшина һәм рядовойҙар йыйылды. Һеҙ – ысын геройҙар. Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдән ашыу яҡташыбыҙ Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде. Беҙ мобилизацияланғандарға, доброволецтарға ярҙам итәбеҙ, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Бөгөн беҙ яугирҙәргә милли геройыбыҙ, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы тапшырабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығына, республика һәм муниципалитет етәкселегенә алғы һыҙыҡтағы подразделениеларға һәм яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru