Йома көнө матур яңылыҡ менән башланды: бөгөн, 18 августа, «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенә етмәгән бер деталь – манараларҙың береһе ҡуйылды. Уны урынлаштырыу өсөн башнялы кран ҡулланылған. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә. Объекттың етешһеҙлеген бөтөрөү өсөн Республика мосолмандары Диниә назараты Волгодонскиҙан «Грант» инженер үҙәге менән килешеү төҙөгән, предприятие конструкцияның өҫкө өлөшөн эшләгән һәм урынлаштырған. Мәғлүм булыуынса, 13 мартта көслө ел мәсеттең бер көмбәҙен осороп төшөргәйне. Белгестәр билдәдәүенсә, был хәл инженер иҫәпләүҙәрендәге хата нигеҙендә килеп сыҡҡан. Июнь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мәсет төҙөлөшө яңыртылған. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, финанслау тулыһынса меценаттарҙың иғәнәләре иҫәбенә башҡарыласаҡ. Яңыраҡ үткәрелгән кәңәшмәләрҙең береһендә Радий Хәбиров бер ай эсендә төҙөлөш документтарын күтәрергә һәм өйрәнергә, объекттың торошона баһа бирергә һәм уны төҙөү мәсьәләһе буйынса оператив штаб булдырырға ҡушты. Фото: “Башинформ”