Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, районда әүҙем, ҡыйыу йәштәр күп. Шуларҙың береһе - “Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының йәштәр эштәре буйынса белгесе, “Йәш гвардия”ның райондағы ойошмаһы етәксеһе, район йәштәр советы рәйесе Ямғурсина Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы. Украинаға ирекмәндәр ярҙамы талап ителеп, саҡырыу алғас, Мәүсилә, уйлап та тормай, юлға йыйына башлай. Мәскәүгә йыйылған ирекмәндәрҙе Украинаның төрлө өлкәләренә ебәрәләр. Мәүсилә Херсон өлкәһенә эләгә. - Иңдәребеҙгә ҙур бурыс йөкмәтелгәнен аңланыҡ, әлбиттә. Эшебеҙҙе намыҫ менән башҡарырға тырыштыҡ. Һалдаттарға кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тапшырҙыҡ, урындағы халыҡҡа ла ярҙам иттек, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тараттыҡ. Оло йәштәгеләр, ҡаза күреүселәр, госпиталдәгеләр беҙҙең ярҙамдан риза булып, рәхмәттәр әйтеп ҡалды. Унда көндәр бик эҫе тора, шуға айырыуса таҙа һыуға ихтыяж ныҡ ҙур, - ти Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы. Шундай оло сәфәргә сығырға йөрьәт иткән Бөрйән ҡыҙына – район йәштәре лидерына афариндан башҡа һүҙ юҡ. Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән