Бөгөн республикабыҙҙың киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында, йәмле Яҡтыкүл буйында йыйылды. Бында традицион сара – “Журфест – 2023” үтә. Район Өфөнән алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, журналистар республиканың бар төбәктәренән дә килде. “Журфест” журналистарға әүҙем ял һәм хеҙмәттәштәребеҙ менән аралашыу ғына түгел, ә эштең яңы алымдарына өйрәнеү, төрлө оҫталыҡ кластарында ҡатнашыу мөмкинлеге лә. Бөгөнгө сара ла ваҡиғаларға бай буласаҡ: оҫталыҡ дәрестәре, пресс-клуб эше, спорт ярыштары һәм башҡалар. “Журфест” Башҡортостанда 2011 йылдан алып үткәрелә. Быйыл ул республикала иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы” йылына арналды. Республика журналистарын Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов сәләмләне. – Республика журналистарын әбйәлилдәр исеменән сәләмләйем, бөгөн беҙ Башҡортостандың иң матур урынындарының береһе – Яҡтыкүл буйында йыйылдыҡ. Сара һеҙҙең генә түгел, республика халҡы өсөн дә мөһим. Көн һайын һеҙҙән күп яҡлы, дөрөҫ мәғлүмәт алабыҙ. Баҫыу батырҙарын да, һуғыш яланы ҡаһармандарын да күрһәтәһегеҙ. Матур ял, күп тоғро уҡыусылар теләйем, – тине ул. Артабан журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев сәләмләне. – Бөгөн бында йыйылғанға бик шатмын. Тәбиғәт матурлығына һоҡландыҡ, килгәне бирле Башҡортостандың гүзәллеге тураһында һөйләшәбеҙ. Беҙҙең агентлыҡ был сараны 2011 йылдан алып 11-се тапҡыр үткәрә. Ковид осоронда өҙөклөктәр булды, әле пандемиянан һуң икенсе тапҡыр осраштыҡ. Был сара күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшер, иңдәрҙе тоя торған урын. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт, сара Башлыҡ гранты иҫәбенә үтә. 400 кеше йыйынды, тимәк ихтыяж бар һәм “Журфест”ы артабан да үткәрәсәкбеҙ, – тине ул. – Ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, мәғлүмәт киңлеге глобалләште. Уның өсөн көрәш бара, беҙ дөрөҫлөктө һөйләп, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итәбеҙ. Эшегеҙ өсөн рәхмәт. Сара барышында ул республиканың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Коллегаларыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, атҡаҙанған киң матбуғат эшмәкәре исеме, агентлыҡтың Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты бирелде. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов журналистар араһында үткән “Атайсал легендалары” конкурсы еңеүселәрен бүләкләне, ә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Рәсәй һәм Башҡортостанр журналистары союзының почет грамоталырын тапшырҙы, союзға яңы ағзалар ҡабул итте. Төштән һуң “Рәсәйҙе бел” миҫалында “Бәйләнештә” берләшмәһен үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. Russia Beyond (рус телле аудитория өсөн – "Рәсәйҙе бел”) – ул Рәсәй менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең донъялағы иң ҙур берләшмәләрҙең береһе. RT Телевидениеһы селтәренә инә. спикер булараҡ Виктор Гомозов көтөлә, ул – SMM һөнәре барлыҡҡа килеү ваҡытында үҙенең юлын башлаған кешеләрҙең береһе. Ул бөгөн “Бәйләнештә”, “Дзен”да һәм “Класташтар”ҙа булыу концепцияһын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләйәсәк. "Рәсәйҙе бел" командаһы ниндәй ҡоралдарҙы файҙаланған һәм беҙҙең уҡыусылар сит ил уҡыусыһынан ни тиклем айырыла. Автор фотолары.