Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта Водолаженко урамы ремонтланды

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә ҙур объект – Водолаженко урамы төҙөкләнде, тип хәбәр итә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был участок мөһим транспорт коридоры буып тора. Ул ҡаланың ике районын берләштерә, Стәрлебаш трактына һәм Р-240 “Өфө –Ырымбур” төбәк трассаһына сығара. Был урамда ремонтланған юл участкаһының оҙонлоғо 1,7 километр тәшкил итә. Бында туҙған юл япмаһы тергеҙелгән, иҫке борт таштары яңыға алмаштырылған, йәйәүлеләр тротуары төҙөкләнгән, шулай уҡ Стәрле йылғаһы аша күперҙең асфальт япмаһы ремонтланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,бынан алда Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты арҡаһында Хоҙайбирҙин һәм Элеватор урамдары ремонтланғайны. Барлығы был миҙгелдә был ҡалала дөйөм оҙонлоғо 17 километрға тиң юлдарҙың 39 участкаһы ремонтланған, уларҙың 8 объекты “Хәүефһеҙ сифатһыҙ юлдар” милли проекты буйынса башҡарылған. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башинформ.