Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туған мәктәбеңдә эшләү – икеләтә яуаплылыҡ

Һөнәрен мөкиббән китеп яратҡан уҡытыусыларҙың шундай үҙенсәлеге була: улар нисектер үҙе уҡытҡан фән донъяһында йәшәгән кеүек. Архангел районы үҙәгендәге 1-се мәктәптә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барған Гүзәл Иштуғанова менән һөйләшкәндә лә, гүйә, ошо ғилем өлкәләрендә гиҙҙек. “Тарихҡа һөйөүҙе матбуғат уятты” Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы белем донъя­һында яралған тип әйтергә мөмкин: ата-әсәһе студент саҡта Өфөлә тыуған ул. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәрҙе артабан йүнәлтмә буйынса Архангел районы үҙәгенә ебәргәндәр. Ул саҡтағы ауыл хужалығы институтын (хәҙер – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) тамамлаған атаһы бында ғүмер буйы колхоз рәйесе булып эшләгән. – Өс йәшемдән ошо Архангел ауылындамын. Уны тыуған төйәгем тип атайым, шул ҡәҙәр яратам. Һәр кешеһе ҡәҙерле, ғәзиз, – ти хәҙер инде 36 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажы булған хөрмәтле уҡытыусы. – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, тәүҙә районыбыҙҙағы Баҡалды, унан Тәүәкәс мәктәптәрендә эшләнем. Шулай өс йыл ауылдарҙа тәүге һөнәри һынауҙы үткәс, үҙемдең 1-се кластан белем алған туған уҡыу йортома — Архангелдең 1-се мәк­тәбенә килдем. Ә ни өсөн тап тарих фәнен һайланым һуң? Ул мине бәләкәй сағымдан уҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Өйөбөҙҙөң түрендәге өҫтәлдә өйөм-өйөм етди гәзиттәр ята торғайны. Һаман да күҙ алдымда: кис һайын атайым “Правда”ны уҡып ултырыр ине. Ә бәләкәйҙәр өсөн ул саҡта матбуғат баҫмалары бигүк күп булманы. Шуғалыр ҙа, мин дә, атайымдан күрмәксе, “Правда” гәзитен баштан аҙағынаса уҡып сыға торғайным. Үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ниндәй ваҡиғалар барғанын һәйбәт белдем, тарихҡа бәйле яҙ­малар айырыуса ҡыҙыҡһын­дырҙы, уларға башкөллө сума инем. Ошо хәтирәләрҙән сығып, шуны әйткем килә: матбуғат баҫмалары – балаларҙы тәрбиәләүҙә ышаныслы терәк ул. Интернеттағы ҡыҫҡа ғына, “бер көнлөк”, дәлилһеҙ мәғлүмәттәр менән үҫешеү мөмкин түгел. Уларҙың, киреһенсә, аңды томалауы ихтимал. Ошо хәҡиҡәтте онотмайынса, йәш быуынды ышаныслы гәзит-журналдарға, китап­тарға яҡынайтыу юлдарын әү­ҙемерәк эҙләһәк ине. Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, уның үҫеш юлында һәр саҡ шундай алдынғы ҡарашлы, баланың киләсәген уйлап эш иткән остаздар осрап торған. Шуларҙың береһе — Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетындағы уҡытыусы­һы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Нияз Мәжитов. – Ул беҙҙең күңелдә китапҡа, матбуғат баҫмаларына сикһеҙ һөйөү тәрбиәләне. Ныҡлы өйрәнелгән, нигеҙле мәғлүмәт менән генә эш итеү мөһимлегенә инандырҙы. Үҙенең дәрестәре нәҡ шундай булыуы менән көслө, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ ине, — ти Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. — Барыбыҙға ла мәғлүм: Нияз Абдулхаҡ улы фәнде ғәмәли йәһәттән өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлде, йәштәрҙе лә үҙ артынан эйәртә белде. Университетта уҡығанда беҙгә лә уның менән археология экспедицияһына барыу бәхете тейҙе. Беренсе курсты тамамлаған йыл ине. Ишембай менән Мәләүез райондары ҡушыл­ған ерҙә ҡаҙыныу эштәре шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы булды, ныҡ оҡшаны беҙгә. Нияз Абдулхаҡ улының ихлас бәйән иткән хәтирәләре әле лә иҫтә, студенттарының ҡыҙыҡһыныуын күреүҙән ҙур ҡәнәғәтлек кисереп йүгереп йөрөүҙәре һаман да күҙ алдында. Шул матур сәйәхәттән алып ҡайтҡан таштарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Эйе, хөрмәтле Нияз Абдулхаҡ улы ысын уҡытыусы, остаз булды. Һәр ваҡыт эш менән мәшғүл ине ул, йүгереп йөрөнө, һис ҡасан буш торғанын, кәрәкмәгән һүҙ һөйләп ваҡыт уҙғарғанын хәтерлә­мәйем. “Ысын уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?” тиһәләр, мин, бер һүҙһеҙ, “Нияз Абдулхаҡ улы кеүек” тиер инем. Беҙ, тарих уҡытыусы­лары, мәшһүр остазыбыҙҙың юлын лайыҡлы дауам итергә тейешбеҙ. Бала менән һөйләшергә кәрәк Гүзәл Миҙхәт ҡыҙының үҙенең уҡыусылары араһында ла хәҙер тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен өйрәткән педагогтар байтаҡ. Уның тырыш хеҙмәте 2013 йылда – “Баш­ҡортостандың мәғариф алдынғыһы”, быйыл “Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы” тигән мәртәбәле исемдәр менән баһаланған. Педагог бындай иғтибар өсөн Архангел районы хакимиәтенә, үҙе белем биргән 1-се мәктәп етәкселегенә, туған коллективына, уҡыусыларына ҙур рәхмәтле. – Һуңғы өс йылда балалар менән берлектәге уңыштарыбыҙ айырыуса күп булды, – ти Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы. – Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндә­ренән тыш, мин Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи нигеҙ­ҙәре, шулай уҡ иҡтисад һәм хоҡуҡ дәрестәрен дә алып барам. Ошо һуңғылары буйынса төбәк-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа өс йыл рәттән еңеүҙәр яуланыҡ, биш уҡыусым призер булды. Бынан тыш, барлыҡ фәндәрҙән дә олимпиада­ларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнашып торабыҙ. Мәҫәлән, уҡыу йылы аҙағында Ватанды өйрәнеү буйынса бәйгелә уҡыусыларымдың береһе яҡшы эше өсөн юғары баһа алды. “Архангел мәктәбе тарихы” тигән презентацияһын яҡланы ул. Был хеҙмәт туған уҡыу йортобоҙҙоң музейын асыу нигеҙендә яҙылды. Ә был музейҙы булдырыуҙа Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы үҙе башлап йөрөй, материал йыйыуға бөтөн күңелен һала. Уны айырыуса ошо дәлил ғорурландыра: заманында Николай II үҙе Архангел мәктәбенең тәүге уҡытыусыһына “Рәсәй импе­рияһының почетлы гражданы” тигән юғары исем бирелеү тураһындағы танытманы тапшырған. “Хеҙмәткә бындай юғары баһа бик һирәктәргә генә эләккән, – ти Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы ғорурлыҡ менән. – Музейҙы булдырғанда ошо тәүге педагогта­рыбыҙҙан, мәктәптең нисек асылыуынан башлап әлеге көнгәсә байҡау яһап, ҙур тикшеренеү эше алып барҙыҡ. Киләһе йыл туған уҡыу йортобоҙға туҡһан йыл тула. Музей асыуҙы ошо әһәмиәтле датаға бағышланыҡ”. Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы шуға инанған: уҡыусыларҙы әлегеләй уртаҡ көс талап иткән проекттарға әүҙем йәлеп итергә кәрәк. Һөҙөмтәлә улар эҙмә-эҙлекле эшләргә лә өйрәнә, айырым фән буйынса белемен дә арттыра. Мәҫәлән, ошо музейға бәйле мәғлү­мәттәрҙе йыйыуҙа ҡатнашҡандар тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренә нығыраҡ ылыҡҡан, уларҙы тәрәнерәк үҙләштерә башлаған. Был предмет­тарҙан Берҙәм дәүләт имтиханы ла тапшырғандар. – Беҙҙең мәктәптә, ғөмүмән, ошо фәндәрҙән БДИ-ны һайлаусылар йылдан-йыл арта, – ти педагог. – Еңел кеүек тойолһалар ҙа, улар ауыр. Мәҫәлән, мәғлүм булыуынса, тарихтан барлыҡ даталарҙы, ваҡиғаларҙы яҡшы белергә кәрәк. Йәмғиәтте өйрәнеү фәне иһә тағы ла ҡатмарлыраҡ, сөнки унда үҙеңдең фекереңде белдереү талап ителә. Ә һинең уйлағандарың комиссия ағзаларын ҡәнәғәтлән­дерерме? Бына шуның өсөн уҡыу­сыға бөгөнгө йәмғиәттәге хәл-ваҡиғалар менән төрлө яҡлап таныша барыу мөһим. Гәзит уҡығыҙ, яңылыҡтар ҡарағыҙ, тим мин һәр ваҡыт балаларға. Шулай уҡ ғаиләлә бергәләшеп бөгөнгө тормош, сәйәсәт тураһында һөйләшеү, йәш быуынға дөрөҫ итеп аңлатыу кәрәк. Юғиһә, уларҙың күбеһе заман хәл-ваҡиғаларына битараф булып үҫә, бар белгәндәре — телефон да компьютер. Ә интернеттағы ҡыҫҡа мәғлүмәттәр йәш быуынды бер нисек тә дөрөҫ тәрбиәләй алмай. Күптәре башҡа инә лә шул уҡ тиҙлек менән сығып та китә. Икенселәренең иһә аңы үҫешеп етмәгән баланы яңылыш юлдан алып китеүе ихтимал. Шуға ла йәнә бер ҡат ҡабат­лайым: атай-әсәйҙәр ул-ҡыҙҙары менән бөгөнгө тормош хәлдәре тураһында һөйләшергә, аңлатырға, дөрөҫлөктө күрһәтергә тейеш. Тағы ла шуныһы бар: хәҙерге уҡыусыларҙың күбеһе үҙ фекерен ҡағыҙҙа аныҡ итеп сағылдыра белмәй. Телдән әйтә улар, тик яҙа алмайҙар. Ә йәмғиәтте өйрәнеү фәненән Берҙәм дәүләт имтиха­нының икенсе өлөшөндә “ни өсөн?”, “ни сәбәпле?” тигәнерәк һорауҙарға яҙып яуап бирергә кәрәк. Күптәр ошо урында фекерен эҙмә-эҙлекле итеп белдерә алмай. Тимәк, балаларҙы әҙәбиәт дәрестәренә, шулай уҡ, алда әйткәнемсә, матбуғат баҫмаларын уҡыуға ылыҡтырыу мөһим. Төрлө әҫәрҙәр буйынса фекер алышыуҙар уҙғарыу, һис шикһеҙ, телмәрҙе үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай. Ғөмүмән, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан тапшырырға йыйынған уҡыусының барыһын да белергә тырышыуы, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныуы мөһим. Әлбиттә, баланың белемгә ынтылышы илдәге социаль-иҡтисади хәлгә, ғаиләһендәге шарттарға ла ныҡлы бәйле. Күҙәтеүҙәремә таянып, раҫлай алам: һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың күпселеге яҡшы белем алырға ынтыла. Заман йәмғиәтендә шунһыҙ булмай икәнен аңлайҙар. * * * Оло тәжрибәгә эйә хөрмәтле педагог Гүзәл Иштуғанова Уҡытыусы һәм остаз йылын ҡыуанып ҡабул иткән. – Остаз тигән һүҙе лә булғас, айырыуса яҡын, – ти ул. – Ни өсөн тигәндә, уҡытыусының хеҙмәте мәктәптә белем алыу ваҡытын ғына үҙ эсенә ала кеүек. Ә бит был улай түгел. Бала өсөн уҡытыусыһы ғүмер буйы остаз булып ҡала – өйрәтә, кәңәш бирә, яҡлай, ярҙам итә, дәртләндерә, алға әйҙәй... Белем биреү өлкәһенә элек-электән хас ошо өҫтөнлөк, быуындар бәйлә­неше­нең ныҡлылығы артабан да һаҡланһын, уҡытыусы, остаз абруйы юғары булып ҡалһын тип теләйем. - Дилбәр ИШМОРАТОВААрхангел районы