Башҡортостан Хөкүмәте иңендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын арттырыу. Былтыр Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы иһә 73 йыл тәшкил итте, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 72 – 76 йыл. 2022 йылда республикала дөйөм үлем кимәле 26,8 процентҡа кәмегән, сабыйҙар үлеме бары 4,2 промилле тәшкил иткән. Беренсел звено яҡшы эшләһә... Ғүмер оҙайлығын артабан арттырыу өсөн халыҡтың барлыҡ йәш категорияларында ла үлем кимәлен кәметергә кәрәк. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында асыҡ билдәләнгән. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә өлгәшеүҙә вакцина яһау, диспансерлаштырыу булышлыҡ итә. Амбулатор-поликлиника селтәрен киңәйтеү, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү халыҡтың дауаланыуға мөмкинлектәрен арттыра. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл республикала тағы ла 75 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 10 табиплыҡ амбулаторияһы һәм биш табиплыҡ практикаһы офисы асыласаҡ. Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, һигеҙ төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр дөйөм финанслау күләме 7,98 миллиард һум тәшкил иткән. Сумманың дүрттән бер өлөшө – республика бюджетынан. Йәмғеһе 10 һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа индерелгән, авария хәлендәге 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты модулле конструкцияларға алмаштырылған, 18 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән, өс меңдән ашыу ҡиммәтле ҡорамал алынған. Өс йыл эсендә генә республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер беҙҙә ике меңдән ашыу ФАП бар, был – илебеҙҙәге иң эре селтәрҙәрҙең береһе. Яһалма интеллект ФАП-тарҙа ҡулланыла һәм улар ҙур популярлыҡ яулай бара. Мәҫәлән, ФАП-тар мәғлүмәттәрҙе дистанцияла тапшырыу мөмкинлеге булған һанлы ЭКГ-аппараттар менән йыһазландырыла. Беренсел звено яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләһә, сирҙәр ваҡытында асыҡлана һәм үлем осраҡтары һирәгерәк теркәлә. Тағы 2017 йылдан алып республикала арауыҡтағы телемедицина консультациялары үҫешә. Бының өсөн РМИАС-та “Стационар консультациялар үҙәге” һанлы платформаһы эшләй башланы. Был ресурсты, атап әйткәндә, урындарҙа юғары кимәлдәге табиптарҙың фекерен белеү өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары белгестәре файҙалана. Әле һаулыҡ һаҡлауҙа һанлаштырыуҙың төп йүнәлеше – ошо телемедицина. 2019 йылда 12,6 мең телемедицина консультацияһы үткәрелһә, 2020 йылдан башлап был һан ете тапҡырға артҡан. Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы Республикабыҙҙа биш йыл дауам иткән “Сәләмәтлек поездары” проектының Рәсәй кимәлендә танылыуы, өлгө итеп ҡуйылыуы билдәле. Ул, ысынлап та, үҙен тулыһынса аҡланы. Айырыуса төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың хроник сирҙәрен асыҡлауҙа, диагностика үткәреүҙә ул яҡшы ярҙам сараһы булды. Былтыр ғына ла тәүге тапҡыр шик аҫтына алынған социаль әһәмиәтле дүрт меңгә яҡын сир асыҡланды, 27 меңгә яҡын кеше өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәрелде. Күсмә медицина комплекстар составында флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Ҡан һәм биохимик анализдар алына. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күпләп теркәлгән райондарға өҫтәмә рәүештә Республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстары ебәрелә. Акция үткәрелгән биш йыл эсендә унда 340 мең кеше һаулығын тикшерткән. Быйыл сара 15 сентябргә тиклем үткәрелә. Статистика күрһәтеүенсә, халыҡ тәү сиратта тар белгестәр ярҙамына мохтаж, сөнки ниндәйҙер етди сир барлыҡҡа килгәндә, нәҡ улар, диагноз ҡуйып, пациентты артабан тикшерелеүгә йәки дауаланыуға, хатта әмәлиәт эшләтеүгә ебәрә. Һөҙөмтәлә бындай саралар күп осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итә. Быйыл, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, белгестәр 128839 кешене ҡабул иткән, 33078 тикшереү, шул иҫәптән 20544 флюорография, 12619 маммография үткәрелгән. 3251 кешенең ҡанында – глюкозаның күплеге, 5058-ендә ҡан баҫымының юғары булыуы, 5089-ында артыҡ тән ауырлығы асыҡланған. Табиптар 19114 кешелә социаль әһәмиәтле сирҙәрҙең барлығын белгән. 2492 пациентта – йөрәк-ҡан тамырҙары, 220-һендә – яман шеш, 783-өндә – шәкәр диабеты, 12-һендә туберкулез булыуы билдәләнгән. Ҡаҙаныштар ҙа, мәсьәләләр ҙә бар Ҡаҙаныштар менән бер рәттән, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге звенола кадрҙар, терапевтар, педиатрҙар, дөйөм практика табиптары етешмәй. Ашығыс медицина хеҙмәте лә шулай уҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Республикала был “аҡ тап”тарҙы бөтөрөү, белгестәрҙе һаҡлау, медицина ойошмаларына нығытыу, төбәктәргә еректереү буйынса дүрт төп программа булдырылған. Тәү сиратта “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” ярҙамға килде, былтыр ошо программалар буйынса 91 табип, 41 фельдшер һәм ике акушер түләүҙәр алды. Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса социаль түләүҙәрҙе йыл аҙағына тиклем ашығыс медицина ярҙамы водителдәре, тәүге ярҙам күрһәткән табип һәм шәфҡәт туташтары аласаҡ. Тағы бер һөҙөмтәле сараларҙың береһе – медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү. Тағы Башҡортостандағы табиптарға 500 мең һумдан алып 1,5 миллион һумға тиклем аҡса түләнәсәк табиптар вакансиялары билдәләнгән. Был сумма бер тапҡыр биреләсәк. Фарман проектын Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән. Әле ул йәмәғәт килешеүе процедураһын үтә. Программаға ярашлы, ауыл ерендәге медицина ойошмаларына эшкә төшкән медицина хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр түләнгән аҡсаға эйә буласаҡ. Шулай итеп, халҡы 50 мең кешегә тиклем булған ауылда, ҡасабала һәм ҡалала эшләгән табиптар – бер миллион һум, фельдшерҙар 500 мең һум алыу хоҡуғына эйә. Йыраҡта урынлашҡан һәм барып етеүе ауыр булған урындарҙа эшләгән табиптарға иһә 1,5 миллион һум, фельдшерҙарға 750 мең һум түләү ҡаралған. Яңы объекттар сафҡа инә Һуңғы йылдарҙа республика ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын камиллаштырыу өсөн күп эш башҡарылды. Барыһынан да элек Президент программаһы иҫәбенә атҡарылды. Бер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфө ҡалаһы уға инмәй. Бында ла биналарҙың туҙыуы менән хәл шундай уҡ. Шуға күрә был хәлде үҙгәртергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон биҫтәһендә асылған 9-сы дауахананың ете ҡатлы яңы поликлиникаһын ҡарағанда: “Мин Хөкүмәткә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Өфө ҡалаһында 2029 йылға тиклем поликлиникаларҙы үҫтереү программаһын эшләргә ҡуштым. Шуға ярашлы, капиталь ремонт эшләйәсәкбеҙ, ҡорамалдар һатып аласаҡбыҙ, медицина ойошмаларының автомобиль паркын яңыртасаҡбыҙ. Бөгөн был программаны “Сәләмәтлек сәғәте”ндә тикшерҙек. Ул 2024 йылда эш башлаясаҡ”, – тип белдерҙе. Тағы быйыл июнь аҙағында ишектәрен асҡан Өфө хосписы – илдәге өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн проектланған берҙән-бер ойошма. Объект баш ҡаланың көньяғында урынлашҡан. Биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койка урынына иҫәпләнгән. Уларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Ойошма биләмәһендә саф һауала йөрөү һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ бар. ...Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы күрһәткесенең артыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Был иһә республикала күп йүнәлештәр буйынса бай тәжрибә тупланғанлығы тураһында һөйләй. Тап шуға ла тотош ил кимәлендәге сараларҙы, мәҫәлән, Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү өсөн Өфө ҡалаһының һайланыуы осраҡлы түгел. - Айһылыу НИЗАМОВА