Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташтар тыуған ерҙе онотмай

Күгәрсен районындағы Етебулаҡ йылғаһын һыулаған Күгәрсен ауылы тәү сиратта үҙенең ғәжәйеп матур тәбиғәте, төҙөклөгө менән таң ҡалдыра, үҙенең ихлас, ҡунаҡсыл халҡы менән дә ифрат һоҡландыра. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көткән эшһөйәр кешеләр йәшәй бында. Сынъяһау йорт-ҡура, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар, бер ҡый үләнһеҙ йәшелсә, еләк-емеш баҡсалары, кәртә тулып йөрөгән ҡош-ҡорт һәм башҡалар – барыһы ла шуны дәлилләй. Алыҫ араларҙы яҡынайтып Ауылға нигеҙ һалыныуға 260 йыл тулыу уңайынан уҙғарыласаҡ бай­рам­ға ла улар яҙ етер-етмәҫтән әҙерлек башлаған һәм тирә-яҡты, үҙ ихаталарын тәртипкә килтергән. Тәғәйен көндә инде ауыл шау-гөр килде. Ҡунаҡ төшһә – йортҡа йәм, тигәндәй, ҡасандыр ошонда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙарҙың осар ҡоштай ҡанатланып ҡайтып төшөүе байрамдың йәмен тағы ла нығыраҡ арттырҙы. Һүҙ юҡ, ауыл халҡы бик тырыш. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, тыуған еренә ҡайтҡандар яҡташтарының тырышып донъя көтөүен күреп һоҡланмай, ғорурлыҡ тойғоһо кисермәй ҡалмағандыр! Шуныһы ҡыуаныслы: Күгәрсендә тыуып үҫеп, әлеге көндә бүтән төбәктә йәшәгән­дәр ҙә тыуған ерен онотмай, ауыл халҡына ҡулынан килгәнсә булыш­лыҡ итә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужа­лығы фәндәре докторы, күп кенә фәнни хеҙмәттәр авторы, Саҡмағош районының “Герой” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фәрғәт Ваһапов ауылына даими ярҙам ҡулын һуҙа. Байрамға ул ҙур бүләк әҙерләгән – уның ярҙамы менән ауылға ингән ерҙә бик матур стела ҡуйылған. Әйткәндәй, сара нәҡ ошо ҡорол­маны асыу тантанаһынан башланды. Таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Марат Исҡу­жинға, Фәрғәт һәм Фәйез Ваһапов­тарға бирелде. Фәйез Фәрит улы төҙөүселәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән Мәләүез ҡалаһынан “Лист Клена” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Андрей Черноусовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Заманса стеланың ауыл күрке булып торасағына шик юҡ, уның аҫҡы өлөшөндә педагогия хеҙмәте ветераны Ниғмәтулла Ваһаповтың шиғыр юлдары урынлаштырылған. Янында яңы арт-объект – металдан ҡойолған йөрәк ҡуйылған. Ҡоролма бик матур тимер ҡойма менән кәртәләп алынған. Урам буйлап уҙған саҡта ҡунаҡ­тар ауылдың ғорурлығы булған Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов тыуған йорт янына туҡталды. Археолог, тарихсы Ниғмәтулла Ваһа­пов герой хаҡында һөйләп уҙҙы. Мәсет алдында иһә төркөмдө имам, мәсеткә йөрөгән ағай-апайҙар ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙы тәбрик­ләгәс, уҡытыусы Әлисә Маннанова мәсет, ауылда ислам дине ҡанунда­рын элек-электән тотҡандары хаҡында һөйләне. Иман барҙа әҙәп бар Ысынлап та, Күгәрсендә элек-электән дин тотҡан халыҡ йәшәгән. Ике Иман йорто булған: Ҡыҙыл һәм Йәшел мәсеттәр. Йәшел мәсет эргәһендә мәҙрәсәһе лә булған. 1917 йылда мәсеттәрҙе юҡ итеү башлана. 1942 йылда манараларын ҡырҡалар. Шулай ҙа ҡарттар, өйҙәргә йыйылып, йома намаҙын уҡый. 1956 йылда етем ҡалған Ҡотлобикә әбейгә өй һалып бирәләр. Унан һуң шул өйҙө мәсет итеп файҙалана башлайҙар. 1995 йылда ауыл халҡының күмәк көсө һәм район советы депутаты Рәүеф Хәсәнов ярҙамында мәсет төҙөлә. 2014 йылда иһә Рауил Ғүмәров ярҙамында яңы мәсет һәм мәҙрәсә бинаһы һалына. Хәбир хәҙрәт Шәрипов изге доғаларын ҡылды, мәрхүм булған имамдар рухына бағышлап аяттар уҡыны. Бөйөк Ватан һуғышы елдәре, әлбиттә, Күгәрсен ауылы халҡын да урап уҙмай. Сарала халыҡ үҙ яугирҙәрен иҫкә алып, улар хөрмәтенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды. Мәктәптә иһә элекке директорҙар – Хажиморат Зәйетов (1919–1932 йылдарҙа етәкселек итә) һәм Ҡотдос Вәлитов (1949–1953 йылдарҙа эшләй) хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташтарҙы асыу тантанаһы булды. Мәктәп директоры Эльвира Абдуллина һөйләүенсә, башланғыс мәктәп 1919 йылда барлыҡҡа килгән. Уның беренсе директоры Хажиморат Зәйетов булған. Уның тырыш­лығы арҡаһында 1930-1931 йылдар­ҙа мәктәп ете йыллыҡ булған. Ҡотдос Закир улы эшләгән осорҙа урта мәктәп була. Тирә-яҡтағы ауылдарҙан балалар ҙа йөрөп уҡый. Ҡунаҡтар яңыраҡ эшләй башлаған “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты, ҡасандыр Фәрүәз Вәлитов ойош­торған музейҙы ҡараны. Байрамдың төп өлөшө иркен яланда уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин байрам айҡанлы үҙенең иң изге теләктәрен әйтте, ауылды төҙөкләндереүҙә, байрамға әҙерләнеүҙә тырышлыҡ һалғандарҙы билдәләне. – Ауылдың тыуған көнө – бында тыуып үҫкәндәрҙең, ошо ерҙе үҫтереүгә ҙур көс һалғандарҙың, йәш быуындың – ауыл яҙмышы өсөн яуаплылыҡ эстафетаһын үҙ иңенә алырға тейеш булғандарҙың байрамы. Уңыштар – бер нисә быуындың ҡаҙанышы, улар ғүмер буйына тыуған яҡтарына һөйөү кисергән, уға тоғролоҡ һаҡлаған. Һәр кеше өсөн кесе Ватан – ҙур тормошҡа юл башланған урын. Күгәрсендә ата-бабаларының йолаларын ҡәҙерләгән тырыш кеше­ләр татыу йәшәй. Һеҙҙе ауыл тураһында хәстәрлек, уны төҙөклән­дереү теләге һәм ынтылышы берләштерә. Ауыл йылдан-йыл үҙгәрә һәм матурлана, уның тышҡы йөҙө күркәмләнә, урамдарҙа һәм йорттарҙа тәртип урынлаштырыла. Халыҡтың һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең дөйөм тырышлығы менән байтаҡ эш башҡарылған. Матди һәм ойоштороу ярҙамы күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҡшы кәйеф, именлек, тыныслыҡ, эштәрегеҙҙә лә уңыштар, ә ауылға – бәхетле киләсәк, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар, артабан үҫеүен һәм сәскә атыуын теләйем! – тине район етәксеһе үҙ сығышында. Бер күстәй тупланып йәшәйҙәр Артабан ул Күгәрсен ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Шәриповҡа туҡталыш-павильон ҡуйыуға сертификат тапшырҙы. Марат Сәлим улы билдәләүенсә, Үрге Сирбай һәм Күгәрсен ауылдары араһындағы автомобиль юлын ремонтлау дауам итәсәк. Ул байрамға әҙерлек барышында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Саҡмағош районының “Герой” кооперативы рәйесе Фәрғәт Ваһаповҡа, ауыл депутаты, урындағы урта мәктәп директоры Эльвира Абдул­ли­на­ға, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡ­тары башлыҡтары Рим Хәли­товҡа, Рәүеф Хәлитовҡа, Илнур Фәхретдиновҡа, шәхси эшҡыуар Фәйез Ваһаповҡа, Рауил Ғүмәровҡа район хакимиәтенең маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бер төркөм ауыл кешеләре – Фәрхетдин Ваһапов, Хөрмәтулла Ҡорбанаев, Ниғмәтулла Ваһапов, Гүзәл Хәлитова, Фаил Вәлитов, Зөлфиә Хәйбуллина, Риф Хәлитов, Зилфәт Абдуллин, Ғәзинур Таһиров, Рәшит Хәлитов һәм “Аҡ ҡалфаҡ­лар” (етәксеһе – Зәйҙә Хәйбуллина) фольклор ансамбле район етәксеһе ҡулынан Рәхмәт хаты алды. Айрат Әхәт улы ла урындағы әү­ҙем­селәргә, ауыл халҡына, саҡы­рыуға яуап биргән кешеләргә, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн ­ин­дер­гәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Фәрғәт Ваһаповҡа ҙур рәхмәтен белдереп, ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарары менән уға социаль-иҡтисади үҫешкә ҙур өлөш индергәне өсөн “Күгәрсен ауылының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелеүен хәбәр итте. Үҙҙәренең олпат юбилейҙарын билдәләгән Фәрхәбаныу Ҡорбана­ева (95 йәш), Динислам Вәлитов (90 йәш) һәм Сафия Хөсәйенова (85 йәш) ҡотлауҙар ҡабул итте. Фәрғәт Ваһапов та ауылдаштарына ҙур рәхмәт белдерҙе, уларҙың иң әүҙемдәренә үҙ исеменән рәхмәт хаттары, аҡсалата премиялар һәм сувенирҙар, төрлө номинацияла еңеүселәргә лә бүләктәр тапшырҙы. Сара барышында балалар һәм йәштәр араһында волейбол, футбол һәм милли көрәш буйынса ярыштар үтте. Халыҡ урындағы үҙешмәкәр­ҙәрҙең, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең һәм байрамға махсус саҡырылған эстрада йондоҙ­ҙары Зөлфиә менән Жәүит Шакиров­тарҙың йыр-моңон тыңлап кинәнде. Байрам, әлбиттә, бының менән генә тамамланманы. Күптән күреш­мәгән туғандар, дуҫтар бергә йыйылды, класташтар осрашыу үткәрҙе. Йылдар уҙғас та, ошондай саралар иң яҡты хәтирәләр булып күңелдәрҙә ҡалыр. Фәрғәт ВАҺАПОВ, Башҡорт­остан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре: – Атай-әсәйем Фәрит Мөхә­мәтзакир улы менән Фәйрүзә Зиннәт ҡыҙына беҙгә матур тәрбиә биргән өсөн ҙур рәхмәт. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөгөн атай нигеҙендә Зәйтүнә туғаныбыҙ йәшәй, ағайыбыҙ Фәйез дә ауылда йорт күтәрҙе. Минең тормошомда хеҙмәт тәрбиәһе, мәктәптә уҡыу, ауылдаштарым менән тығыҙ аралашыу ҙур роль уйнаны. Ҡайһы бер класташтарымды һәм ауылдаштарымды бик күптән күргәнем юҡ ине. Байрамда таныштарымды осраттым, быға бик шатмын. Ауыл тормошон, райондағы хәл-ваҡиға­ларҙы социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барам, халыҡтың байрамға әҙерләнеүгә әүҙем ҡушылыуына бик шатландым. Шуға үҙем дә бүләктәр менән килергә ҡарар иттем. Әлбиттә, бөтәһенең дә тыуған ауылына ярҙам итеү мөм­кин­леге юҡ, әммә мин граждан­дарҙың саҡырыуҙарына йөрәк саҡырыуы буйынса яуап биргән Риф Хәлитов һәм Рауил Ғүмәров кеүек меценаттарҙың булыуына шатмын. - Азамат ҒӘҘЕЛШИН, - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА