Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ватан-әсәй саҡыра!”

Мәктәптә уҡығанда башланғыс хәрби әҙерлек дәресен көтөп алдыҡ, береһен дә сәбәпһеҙгә ҡалдырманыҡ. Хәтергә тиҙ һәм ныҡлы уйылып ҡалһын өсөн хәрби төшөнсәләрҙе йыш ҡабатланыҡ. Үҙ сиратында, һалдатты – ефрейторҙан, сержантты старшинанан еңел айырҙыҡ. Артабан лейтенант, майор, полковник, генералдың ниндәй погон тағыуына төшөндөк. Отделениены нисә һалдат хасил итеүен, унан инде взвод, рота, полк, батальонда күпме яугир булырға тейеш икәнен белдек. Калашников автоматы менән дә таныштыҡ. Военрук Рузалин Хәйруллиндың, генерал булырға ынтылмаған һалдат – иң насары, тип беҙҙе, егеттәрҙе ғилемгә саҡырғаны, хәрби училищеға уҡырға барырға өндәгәне иҫтә. Армияға алынғас иһә тәүҙә – һалдат, алты айҙан һуң сержант хәрби исемен алдым. Әлбиттә, мәктәптә үткән башланғыс хәрби әҙерлек һәр саҡ бар йәһәттән дә ярҙам итте. Әрме мөхитенә еңел яраҡлаштым. “Дәрестә – ауыр, һуғышта – еңел” принцибы буйынса күнекмәләр ойошторҙо офицерҙар. Боҫоп ятыу беҙгә хас түгел Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, өлөшләтә мобилизация, хәрби әҙерлек, контрактсы, ирекле батальон, контракт хеҙмәте ише хәрби төшөнсәләрҙе биләүҙәге сабый ғына белмәгәндер. Улар һәр ғаиләгә лә тәрән үтеп инде. Ҡатын-ҡыҙ эстән һыҙланһа, ир-ат шул көндән алып ил сигенә баҫырға, дошман менән яғалашырға әҙер булыуын иҫбат итте. Ғөмүмән, был осраҡта ил күргәнде кисерәбеҙ, ҡайҙалыр боҫоп ятыу – ят күренеш. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Өфө ҡалаһындағы Совет майҙаны – элек-электән халыҡ яратып йөрөгән урындарҙың береһе. Ысынлап та, изге урын ул. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо майҙандан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрен, шулай уҡ республикабыҙҙың бүтән хәрби подразделениелары һалдаттарын фронтҡа оҙатҡандар. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә һәйкәл асылғас, кешеләр бында ифрат күбәйҙе. Уны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм Ватаныбыҙ өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен биргән барлыҡ яугир-яҡташта­рыбыҙға хөрмәт күрһәтеү урыны тип тә аңларға кәрәк. Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында тыуып үҫкән Миңлеғәле Шайморатовтың дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дүрт меңдән ашыу юл үткән, һалдаттар әллә күпме ауыл-ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан азат иткән. Яҡташыбыҙ Донбасс ере өсөн тиңһеҙ алышта 44 кенә йәшендә вафат булған. Уның сафындағы һалдаттарҙың 80-гә яҡынына Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе күпте һөйләй. Изгелек ҡыл да һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тиҙәр. Батырлыҡ тураһында ла ошолай әйтергә мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлеге һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы нигеҙендә Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ Әле лә яҡташ һалдаттарыбыҙ махсус хәрби операцияға нәҡ Совет майҙанынан оҙатыла, ялға ҡайтҡан­дар ҙа ошонда осраша. Сираттағы батальонды яуға оҙатҡанда республика етәксеһе Радий Хәбиров былай тине: – Бөгөн һалдаттарыбыҙ хәрби әҙерлек урынына юллана, улар – һөжүмсе, уҡсылар һәм разведка роталары. Шуныһы, ошо өс рота батыр яҡташтарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Уларға Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен аямаған Ғәзи Заһитов, Вафа Әхмәҙуллин һәм Әхәт Әхмәтйәнов­тың исемдәре бирелгән. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә тос ярҙам (30 төр ярҙам) күрһәтелә. Даими рәүештә гуманитар конвой оҙатыла. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” принцибы йүнәлешендә уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Республика етәксеһенең бер нисә тапҡыр яҡташтарыбыҙ янында булыуы күпте һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда “Ватан-әсәй саҡыра!” тигән плакат иң билдәлеләрҙән иҫәпләнгән. Ошо идеяны яҡлап, миллионлаған совет кешеһе фашизмға ҡаршы көрәшкән. Хәйер, ул бөгөн дә көнүҙәк, сөнки илебеҙҙең хәле ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ирмен тигән ир ҡасып ҡалырмы? Юҡ, әлбиттә. Халыҡ тарафынан төҙөлгән ирекле батальон­дарға көслө заттар күпләп яҙылды, ул әле лә дауам итә. Күптәр алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙе һорай. Махсус хәрби операцияла бурыстарын яҡшы башҡарғаны өсөн ил Президентының Указы менән юғары наградаға лайыҡ булыусыларҙы күреп-ишетеп торабыҙ. Тимәк, Вата­ныбыҙ сиге ныҡлы һәм һаҡлаулы. Президент Владимир Путиндың илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан итеүенә күп тә үтмәне, республикабыҙҙа батальондар ойошторола ла башланы. Башҡортостанда батальондар төҙөү буйынса Баш штабтың, ирекле батальондар булдырыу буйынса Үҙәк штабтың эше маҡтауға лайыҡ. Алға китеп шуны әйтәйек, беренсенән, Башҡортостан батальондарҙы иң күп биргән төбәктәр исемлегендә, икенсенән, республикабыҙ – илебеҙҙең бүтән субъекттарына был юҫыҡта өлгө. “Беҙ һәр ваҡыт бергә!” Шулай итеп, махсус хәрби операция башланыу менән тиҙ арала беҙҙә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон барлыҡҡа килде һәм яҡташтарыбыҙ тейешле урынға хәрби әҙерлеккә юлланды. Артабан сығышы менән Өфө ҡалаһынан булған Рәсәй Геройы майор Александр Доставалов исемендәге батальон тупланды. Миңлеғәле Шайморатов шикелле Александр Доставаловтың да ғүмере бик иртә өҙөлә. Ни бары 37 генә йәшендә ул Чечняла башын һала. Әйткәндәй, ике батальон да Рәсәй Оборона министрлығы линияһы буйынса булдырылған. Рәсәй Геройы старшина Алмас Сафин исемендәге батальон тураһында кем белмәй?! Уға ла ир-егеттәр күпләп яҙылды. Алмас Миңлеғәле улы Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. Яҡташыбыҙҙың батырлығы үлгән­дән һуң юғары баһаланды. Ҡыҙғаныс, 38 йәшендә, иң көслө сағында, мәкерле дошмандар тарафынан ил һаҡсыһының йәне ҡыйылды. “Башҡортостан” ирекле мотоуҡ­сы­лар полкы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уға майор Даян Мурзин исемендәге батальон, Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы, Советтар Союзы Геройҙары – генерал Таһир Күсимов исемен­дәге батальон, лейтенант Миңле­ғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальон, подполковник Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы, Сергей Зорин исемендәге танк батальоны, майор Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһы, майор Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы, шулай уҡ һөжүм, снайпер һәм разведка роталары ингән. Бынан тыш, республикабыҙҙа “Төньяҡ амурҙары” батальоны, “Ватан” батальоны булдырылды. Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев исемен­дәге 2-се батальондың төҙөлөүе тураһында хәбәр алдыҡ. “Кобра” позывнойлы яугирҙең әйтеүенсә, ул ике йыл армияла булғандан һуң, контракт килешеүе төҙөгән һәм артабан шуның нигеҙендә хеҙмәт юлын дауам иткән. Контракт килешеүен өҙөп, бер йыл үтеүгә, өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Һәр ир-егет Тыуған илен һаҡларға бурыслы. – Салауат Юлаев исемендәге батальон тураһында ишеткәс тә, хәрби комиссариатҡа барып, исемлеккә теркәлдем, – тип һөйләй “Сапер” позывнойлы контрактсы егет. – Нәҡ батальонға эләгергә теләүем юҡҡа түгел. Беренсенән, үҙебеҙҙә төҙөлгән батальондар бер ваҡытта ла әҙерлекһеҙ махсус хәрби операция биләмәһенә индерелмәй. Егеттәр башта ентекле медицина тикшереүе үтә, хәрби әҙерлек кимәлен камиллаштыра һәм шунан ғына төп бурыстарын үтәй башлай. Унан һуң батальон менән килгәс, беҙҙе, яҡташтарҙы, икенсе подраз­делениеларға бүлмәйҙәр. Беҙ һәр ваҡыт бергә. Гуманитар ярҙам килгәндә лә “гумконвой”ҙар ҙа тура килеп тора. Йәшерен-батырын түгел, аҡса йәһәтенән дә үҙебеҙҙең батальондарҙа хеҙмәт иткән яугирҙәргә өҫтөнлөктәр бар. Ҡыҫҡаһы, егеттәргә теләгем шул – был яҡтарға килергә йөрьәт итһәләр, эште мотлаҡ үҙебеҙҙә ойошторолған батальондарға яҙылыуҙан башла­һындар. Һалдаттарыбыҙҙың тыуған яҡтарына тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын, һәр береһенең иҫән-һау ғаиләһе, туғандары һәм яҡындары менән осрашыуын һәр кем теләй. Һәр атҡан таңыбыҙ аяҙ булһын өсөн, уларҙың алғы һыҙыҡҡа ташланыуын онотмайыҡ. - Илдар АҠЪЮЛОВ