Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Изгелек ҡыл да һыуға һал...

Элегерәк булһа, бәлки, календарҙағы был ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән сираттағы көнгә артыҡ иғтибар итеүсе лә булмаҫ ине, әммә бөгөнгө көндөң ысынбарлығы шундай – гуманитар ярҙам бик мөһим булған осорҙа йәшәйбеҙ. 19 августа бөтә донъяла гуманитар ярҙам көнө билдәләнә. Ике йыл дауам иткән коронавирус пандемияһы ваҡытында был йүнәлештең кәрәклеген һәм мөһимлеген аңлаған инек, махсус хәрби операция был фекерҙе нығытты ғына. Ниндәй көн һуң ул? Был көн йәмғиәткә бөтә донъяла гуманитар ярҙам буйынса эшмәкәр­лек һәм уны күрһәтеү буйынса халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең мө­һим­леге тураһында мәғлүмәт ет­кереү өсөн 2008 йылдың де­кабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителде. 19 август датаһы ла осраҡлы һайланмаған. Берләшкән Милләт­тәр Ойошмаһының Бағдадтағы (Ираҡ) штаб-фатирында 2003 йылдың 19 авгусындағы шартлау һөҙөмтәһендә һәләк булғандар иҫтәлегенә билдәләнгән ул. Ул саҡта террористик һөжүм һөҙөм­тәһендә 22 кеше, шул иҫәптән БМО-ның Ираҡтағы Генераль секретарының махсус вәкиле Сержиу Виейра ди Мелу һәләк булған. Гуманитар ярҙам көнөндә донъя үҙенең эшмәкәрлеге барышында һәләк булған һәм зыян күргән гуманитар хеҙмәткәрҙәрҙе, бер нимәгә ҡарамай ошо эшен дауам иткән кешеләрҙе хөрмәтләй. Йыл һайын һәләкәттәр миллион­лаған кешегә ҙур ғазаптар килтерә. Ғәҙәттә, аҙ тәьмин ителгән, насар шарттарҙа йәшәгән һәм тиҙ ышанып барған кешеләр ҡорбандарға әүерелә. Улар низағтарҙан, стихиялы бәлә-ҡазаларҙан, аҙыҡ-түлек, торлаҡ етмәүҙән һәм башҡаларҙан яфалана. Һуңғы ике йылда донъяла гуманитар хәл коронавирус пандемияһы арҡаһында ҡатмарлашты. Гуманитар ярҙам гуманлыҡ, ғәҙеллек, нейтраллек һәм бойон­дороҡһоҙлоҡ кеүек принциптарға нигеҙләнгән. Гуманитар хеҙмәт­кәрҙәр донъяның төрлө мөйөш­тәрендә ярҙам итә ала, ләкин уларҙың күбеһе быны үҙ илдәрендә эшләй. Улар төрлө мәҙәниәт, идеология һәм дин вәкилдәре, төрлө тәжрибәгә эйә, әммә барыһын да гуманистик идеалдарға тоғролоҡ берләштерә. Йыл һайын был йыл айырым бер исем аҫтында үтә. Былтыр ул – “Тик бергә” тип аталған. Сараны ойоштороусылар һәр кемгә төрлө кимәлдә ярҙам иткән йөҙ меңләгән ирекмәнгә иғтибар итте. Улар араһында – уҡытыусылар, водител­дәр, психологтар, медицина хеҙ­мәт­кәрҙәре, ҡотҡарыусылар – бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең аралағы ябай кешеләр. Рәсәй БМО-ның ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү мәсьә­ләләрендә партнеры булып тора, ул Ер шарының төрлө мөйөш­тәрендә гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм бушлай булышлыҡ итеү өлкәһендә донъя лидерҙарының береһе тип танылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы координациялауҙа һәм башҡа дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеп, мохтаж булған илдәргә гуманитар ярҙам күрһәтә, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Сит илдәрҙәге эшмәкәрлек гуманитар ярҙам күрһәтеү генә түгел, бында сит илдәрҙән Рәсәй граждандарын эвакуациялау, санитар-авиация эвакуацияһы, шартлау хәүефе булған предметтарҙы зарарһыҙландырыу һәм юҡ итеү, техноген һәм тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү, шулай уҡ күп яҡлы партнерлыҡты нығытыусы халыҡ-ара үҫешкә булышлыҡ итеү проекттарын ғәмәлгә ашырыу. Башҡарылған эштәр иҫәбе йөҙҙәрсә операцияға бара. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм БМО ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам өлкәһендә 1993 йылдан үҙ-ара эш итә. Ведомство хеҙмәттәшлек осоронда сит илдә 500-ҙән ашыу гуманитар ғәҙәттән тыш йүнәлештәге операция башҡарған, 80-дән ашыу илгә гуманитар ярҙам күрһәтелгән. Шундай эшмәкәрлектең һуңғы миҫалдарының береһе – ҡышын Төркиәләге ер тетрәү. Күрше дәүләт өсөн был ваҡиға ҡот осҡос бәләгә әйләнде, меңәрләгән кеше емереклектәр аҫтында ҡалды. Әлбиттә, бындай хәлдә Рәсәй ситтә ҡалманы. Шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм белгестәр юлланды. Әйткәндәй, кешеләрҙе ҡотҡарыу операцияһында Башҡортостан ҡотҡарыусылары ла ҡатнашты. Улар сағыштырмаса һуң барһа ла, емереклектәр араһынын әллә күпме тере кеше таба алды. Ә һәр бер ҡотҡарылған ғүмер бик ҡиммәт баһалана. Башҡортостан халҡы берләште Әлбиттә, гуманитар ярҙам Баш­ҡорт­останда ла электән үҫешкән. Арабыҙҙа һәр ваҡыт кеше бәләһенә битараф булмаған, ярҙамсыл кешеләр булды һәм бар. Кем ниндәй бәләгә осраһа ла, улар ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, янғындарҙа тәбиғәт ғәрәсәттәре ваҡытында бар мөлкәтен юғалтҡан кешегә ярҙам итеү беҙҙә элек-электән килә. Бергәләп әйбер, аҡса йыялар, мөмкинлек булғанда, йорттарын тергеҙергә, яңынан һалырға ярҙам итәләр. Коронавирус пандемияһы баш­лан­ғас, бындай кешеләр бермә-бер артты. Ирекмән һүҙе йәмғиәткә ныҡлап инде һәм таралды. Әлеге лә баяғы, битараф булмаған кешеләр, үҙ һаулыҡтарын уйламай, сирлеләргә, табиптарға, өйҙәренән сығырға ҡурҡҡан өлкән йәштәге әбей-бабайҙарға, хроник сирле­ләргә ярҙам итте. Дарыу, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ килтер­ҙеләр, табиптарҙы үҙ машиналарында дауаханаға алып барҙылар, өлкәндәргә һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Шул саҡта ирекмәнлек хәрәкәте нығынды һәм үҫте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа булды. Шишмә районы ирек­мәне, 35 йәшлек Радик Әсфән­дийәров кешеләргә ярҙам иткән саҡта үҙе коронавирус сирен йоҡтороп һәләк булды. Республика Хөкүмәте уның ғаиләһен ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Был пандемия кешеләрҙе берләштерҙе, ныҡлыҡҡа, дуҫлыҡҡа һананы. Һәм Украинала махсус хәрби операция башланғас, хәрәкәт көсәйҙе генә. Бында инде һаулыҡ­тары ныҡ булған йәштәр генә түгел, ә тәүгеләрҙән өлкән йәштәге “көмөш ирекмәндәр” әүҙемлек күрһәтте. Улар егеттәребеҙ яу яланына китә башлау менән эшкә тотондо – төндәрен ойоҡ бәйләне, аҙаҡ штабтарға берләшеп, бергә­ләп маскировка селтәрҙәре үрә башланы. Ваҡыт үтә килә эшмәкәр­лектәре киңәйҙе – ҡоро душ, шифалы майҙар, маскировка әйбер­ҙәре, аяҡ кейеме киптергестәр – нимә генә эшләмәнеләр. Апай-инәйҙәр кистәрен йыйылып туҡмас ҡырҡа, тушенкалар, боҙолмай торған тәмлекәстәр әҙерләй башланы. Халыҡ ауылдары, ҡалалар менән берләшеп яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйҙы. Һөҙөм­тәлә бик күп кәрәкле техника – бронялы машиналар, йөк машиналары, мобиль мунсалар, коптер­ҙар оҙатылды. Һәм был эш бер көнгә лә туҡтамай. Бер кем дә ауыр тип ҡабул итмәй, ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең халыҡ яугирҙә­ренә генә ярҙам итеү менән сикләнмәй, ә Донбасс яҡтарында йәшәгән балалар, кешеләр өсөн дә көйә. Унда бик күпләп кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек оҙатылды. Мәҫәлән, бәләкәй генә ауылда йәшәгән ябай ғына кешеләр Донбасс балалары өсөн мәктәпкә кәрәк-яраҡ өсөн аҡса йыя. Сөнки ярҙамдың ҙуры ла, бәләкәйе лә булмай – ысын күңелдән килә һәм кешеләргә ярҙам итә икән – ул бик мөһим. Республика етәкселеге был эштән ситтә ҡалманы, әлбиттә. Күп эште улар үҙҙәре ойоштора – халыҡ йыйған әйберҙе махсус хәрби операция биләмәһенә алып барып бирергә лә кәрәк бит әле. Бөгөнгө көндә Башҡортостан күпме тонна гуманитар йөк китте икән? Әлеге ваҡытта был эш менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә. Бар эштәр Башҡорт­остан Башлығы ҡушыуы буйынса алып барыла, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин – уның төп кураторы. Дәүләт комитеты иһә йөктө оҙатыу менән шөғөлләнә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса әле 89 гуманитар конвой ебәрелгән, тыныс халыҡ өсөн генә 2545 тонна әйбер алып барылған. Илшат ИЛЬЯСОВ, “Йәшәү ризығы Сибай” хәйриә проектының элекке етәксеһе: – “Йәшәү ризығы” – бөтә Рәсәйҙә таралған ҙур проект. Уның эшмәкәрлеге илебеҙҙең 50-гә яҡын ҡалаһында йәйелде­релгән. Ирекмәндәрҙән торған төркөм 30 йылға яҡын мохтаж кешеләргә социаль ярҙам күрһә­тә. Сибайҙа был ойошма бишенсе йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә ирекмәндәр 30 меңгә яҡын кешене төрлө ризыҡ йыйылмалары – емеш-еләк, йәшелсә, һуттар, йылы аш менән тәьмин итте. Ойошмабыҙ 15-20 ирек­мәнде берләштерә. Комплекслы төшкө аштар, файҙалы күстәнәс йыйылмалары таратабыҙ. Кеше­ләргә ярҙам итеүҙән күңел иҫ киткес ҙур ҡыуаныс кисерә. Уларҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, күҙ йәштәре аша йылмайыуын күреү башҡарған эшебеҙ­ҙең юҡҡа түгеллеген раҫлай. Ҡайҙа ғына булмаһын – приюттамы, ҡарттар йортондамы, дауаханаламы – кеше үҙен кемгәлер кәрәкле итеп тойһон, уның тураһында хәстәрлек күреүселәр барлығын белһен, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ышанһын. Бына ошо изге маҡсат беҙҙе берләштерә, дәрт һәм көс өҫтәй. Айгөл ЙОСОПОВА, “Беҙҙең хәстәрлек” социаль проекты ҡатнашыусыһы, Баймаҡ райо­ны ирекмәне: – Пандемия башланғас, мин аптырап ҡалманым, ирекмән булыр­ға, кешеләргә ярҙам итергә ҡарар иттем. Тик бының өсөн уҡып, махсус сертификат алырға кәрәк ине. Йыбанманым, уҡып сыҡтым һәм эш башланым. Мин – автоирекмән, шәхси машинам бар. Районыбыҙ ҙур бит, күптәргә дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып барыр кәрәк ине. Шул эште башҡарҙым. Ирекмәнлек эше менән буш ваҡытымда шөғөллә­нәм. Минең өсөн ярҙамға мохтаждарға еңеллек килтереү ҡыуаныс бирә. Һәр кешенең ауыр хәлгә ҡалыуы, бәләгә тарыуы бар. Шуға күрә барыбыҙ ҙа хәлебеҙҙән килгән тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тейешбеҙ, тип уйлайым. Ике йыл элек Баймаҡ районында урмандар яна башлағас, йәнә ярҙам тәҡдим иттем. Утты ла һүндерештем, ҡотҡарыусыларға аҙыҡ-түлек, һыу килтереү менән дә шөғөлләндем. Ошо эшмәкәр­легем өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләндем. Әле лә махсус хәрби операция башланғас, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм. Яңыраҡ окоп шәмдәре эшләнек. Улымдың мәктәбендә маскировка селтәр­ҙәре тектеләр, туҡымалар алыштым. Мин быларҙы маҡтаныр өсөн әйтмәйем, бөгөн һәр кем эшләй алған ябай эштәр ул. - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА