Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡулланылған батареяларҙы тапшыр ҙа...

Өфөлә ҡулланылған батареяларҙы йыйыу буйынса акция старт алды. Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә үтә. Унда физик шәхестәр, эшҡыуарҙар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, идара итеүсе ойошмалар ҡатнаша ала. Батареяларҙы йәки ҡулланылған аккумуляторҙарҙы 20 авгусҡа тиклем “Ҡашҡаҙан” паркы биләмәһендә тапшырырға мөмкин. Элементтар пластик һауыттарҙа булырға тейеш. Сара сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр һәр партияны үлсәп, тапшырыусыға конкурста ҡатнашыу өсөн талон бирәсәк. Иң күп батареялар тапшырған кеше еңеүсе була. Бүләк сифатында декоратив ҡыуаҡлыҡтар, ағас үҫентеләре һәм сувенирҙар тәҡдим ителә. “Бер батарея 20 квадрат метр тупраҡты йәки 400 литр һыуҙы ауыр металдар менән бысратыуы мөмкин, шуға күрә ҡулланылған батареяларҙы эшкәртеүгә тапшырырға һәм кешеләрҙе ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән дөрөҫ эш итергә өйрәтеү мөһим. Йыйылған батареялар, аккумуляторҙар Ярославль ҡалаһына эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк", – ти Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы