Найти тему
Башҡортостан гәзите

Түләүҙәрҙе алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

17 августа үткәрелгән онлайн-осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары балалар пособиеһы һәм социаль түләүҙәр буйынса һорауҙарын бирҙе. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең балалы ғаиләләргә социаль ярҙам тәғәйенләүҙе һәм уны күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Альбина Шәйхуллина, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса балалы ғаиләләрҙе социаль йәһәттән тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Лилиә Агишева сарала ҡатнашты һәм һорауҙарға ентекле яуап бирҙе. Әйткәндәй, был сараны Башҡортостан Республикаһы Хәрбиҙәр ғаиләләре комитеты ойошторҙо. Белеүебеҙсә, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме бала тыуыуға һәм уға тәрбиә биреүгә бәйле берҙәм айлыҡ пособие алыу өсөн ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда иҫәпкә алынмаясаҡ. Әйткәндәй, социаль ярҙам сараларын берләштергән берҙәм пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан индерелде. Уны йөклөлөктөң 12-се аҙнаһына тиклем ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсә алырға хоҡуҡлы. Килеме йән башына бер йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған ғаиләләр пособиеға дәғүә итә ала. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы буйынса уның күләме 12 650 һум тәшкил итә. Тулыраҡ Рәсәй Социаль фонды сайтында танышырға мөмкин: https://sfr.gov.ru/grazhdanam/edinoe_posobie/ Онлайн сарала билдәләүенсә, республикала барлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалы ғаиләләренә социаль ярҙамдың бер нисә төрө күрһәтелә. Улар түбәндәгеләр: 18 йәшкә тиклемге балаға ай һайын түләнгән пособие; ай һайын айырым категория күп балалы ғаиләләргә түләнгән пособие; бер юлы ике һәм унан күберәк балалар тыуған ғаиләләргә өс йәшкә тиклемге балаға ай һайын түләнгән пособие; күп балалы ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә ай һайын бирелгән компенсация; 2017 йылдың 31 декабренән һуң өсөнсө йәки унан һуңғы булып тыуған һәр балаға өс йәше тулғанға тиклем бер тапҡыр бирелгән түләү. Был ярҙам сараларын юллау өсөн Күп функциялы үҙәккә, Рәсәй халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша рәсмиләштерергә мөмкин. Тағы: социаль түләүҙәрҙе түләгәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килеме иҫәпкә алынмай. Фото: “Башинформ”.