Найти тему

Яңы башланғыстар хупланды

17 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестсәғәт”те үткәрҙе. Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә яңы башланғыстарҙы хупланылар. “Özfatihler Crane” компанияһын ойоштороусы Мустафа Генч Өфөлә күпер һәм консоль крандарын етештереү буйынса завод төҙөү проектын тәҡдим итте. 1990 йылдарҙа нигеҙ һалынған был төрөк холдингы донъяның төрлө илдәренә күтәреү техникаһын күпләп ташыусыларҙың береһе булып тора. 2007 йылдан төрөк крандарын Башҡортостандан заказсылар ҙа ала башланы. Һатып алыу күләменең артыуы сәбәпле, инвестор Өфөлә етештереү майҙансығын асыу тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итте һәм “Озфатихлер Кран Өфө” компанияһын төбәктә теркәне. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн сит ил партнерҙары Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә потенциаль майҙансыҡты һайлауға тотондо. Беренсе этапта заводты төҙөүгә 110 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп итмәкселәр, ул 1-2 мең квадрат метр тирәһе майҙанды биләйәсәк. Яҡындағы биш йылда комплекс бер нисә тапҡырға үҫәсәк. Башҡортостандың Инвестиция комитеты проектҡа, һалым ташламаһын тәҡдим итеп, өҫтөнлөклө статусын бирҙе. Республика Башлығы инвесторға преференциаль майҙансыҡтарҙы, шул иҫәптән “ПромЦентр” индустриаль паркын ҡарарға тәҡдим итте. *** “Агропродукт” компанияһы вәкиле Марат Хәйруллин Мишкә районында күп функциялы юл буйы комплексы төҙөлөшө тураһында һөйләне. Уны яңыртылған Бөрө - Тастүбә - Һатҡы автомобилдәр юлында урынлаштырасаҡтар. 100 миллион һумлыҡ проект үҙ эсенә кафе-икмәкхананы, магазинды, автосервисты һәм автомобилдәр өсөн туҡталҡаны ала. Комплекс асылғас, бында ун кеше эшләйәсәк. Проектҡа ярҙам сараһы булараҡ, һалым ташламаһы тәҡдим ителеп, өҫтөнлөклө статусы бирелде. Мишкә районы хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә булышлыҡ итәсәк. Төҙөгән эшҡыуарҙарға мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. - Яңы трассаларҙа бындай проекттар үҫеше бик көнүҙәк, - тине Радий Хәбиров. – Юлдарыбыҙҙа хеҙмәтләндереү объекттарын төҙөгән эшҡыуарҙарға кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. *** “Турбаҫлы бройлерҙары” акционерҙар йәмғиәте (“Черкизов” төркөмөнә ҡарай) директоры Максим Зудин “Өфө” һәм “Юбилей” ҡошсолоҡ фабрикаларын үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ Турбаҫлылағы эшкәртеү заводы проектын тәҡдим итте. Быйыл июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында “Черкизово” төркөмө етәкселеге менә осрашҡанда был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшкәйнеләр. Инвестор етештереүҙе заманлаштырыуға 3 миллиард һум тирәһе аҡса йәлеп итмәксе. Фото, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/169329.html