Йәмәғәтселек штабы эксперттары Башҡортостандағы һайлауҙарҙың конкурентлылығын баһаланы. 17 августа Йәмәғәт мәғариф үҙәгендә 2023 йылда һайлауҙарға күҙәтеү буйынса йәмәғәтселек штабының сираттағы ултырышы булды. Август башында Демократия проблемаларын өйрәнеү фонды 2023 йылда һайлауҙарҙа конкуренция тураһындағы докладты тәҡдим итте. Унда Рәсәйҙәге һайлау дөйөм тенденциялары һәм төбәктәрҙәге хәлгә анализ бар. - Башҡортостан Республикаһы - һайлауҙа ҡатнашҡан партиялар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә. 2023 йылдың һайлау циклында ете партия тәҡдим ителәсәк. Биш партия исемлектәрен теркәне: “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, КПРФ, “Яңы кешеләр” һәм “Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн”. Тағы ике партияны бер мандатлылар тәҡдим итәсәк: “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы һәм “Тыуған ил” (“Родина”) партияһы, - тип һөйләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова. Йәмәғәтселек штабы эксперты Александр Кобыскан Башҡортостанда һайлауҙа конкуренция бар, тип иҫәпләй һәм ул һиҙелерлек ҙур ғына. - Ре
Республика һайлауҙарының конкурентлылығы тураһында һөйләштеләр
17 августа 202317 авг 2023
2 мин