Һуғышта кешеләр йәнлектәр менән дуҫлаша. Ошоноң матур бер дәлиле махсус хәрби операция биләмәһендә лә булған. Был хәл тураһында “Родник плюс” баҫмаһы һөйләне. Шишмә районы яугире, "Башҡорт" позывнойлы Андрей Егоров хәрби бурыстарын үтәгән саҡта геройҙарса һәләк була. Уның эте менән бесәйе ҡала. Хәлһеҙләнгән овчарканы командир үҙенең хеҙмәттәштәре менән шәхси секторҙа табып ала. Аслыҡтан һәм яңғыҙлыҡтан йонсоған эт үҙе янына тик Андрейҙы ғына ебәрә. “Шул йортта тапҡан паспорт буйынса эттең ҡушаматы асыҡланды. Шулай овчарка Андрейҙың хәрби дуҫына әүерелә, уның өсөн махсус рәүештә бронежилет тегәләр хатта. Шул саҡтан алып улар айырылышмай, махсус операциялар барышында командир этте һәр ваҡыт үҙе менән бергә ала. Пират боеприпастар ташып тора, уның хатта яраһы ла бар. Әйткәндәй, “Башҡорт” Фугас ҡушаматлы бесәйҙе лә үҙенә ала. Уны тыуғандан алып тиерлек үҫтерә һәм аяҡҡа баҫтыра. Эт менән бесәй шунда уҡ уртаҡ тел таба, бәләкәй Фугас араларында хужа булып та маташа. Андрей әсәһе менән телефон аша һөйләшкән саҡта һәр саҡ этен өйөнә алып ҡайтам, "Пират һине һаҡлаһын, Фугас ҡыуандырһын тип әйтә”, – тип яҙа баҫма. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһенә 70 йәш тулған көндө Андрей Егоров һәләк була. Командир үлгәс, эт менән бесәйҙе часта ҡалдырырға итәләр, тик улары ныҡ итеп хужаһын һағына һәм хәрбиҙәр уларҙы “Башҡорт”тоң тыуған яғына алып ҡайтырға хәл итә. Уларҙы алып ҡайтып еткереү еңел булмай. Йәнлектәрҙе “Ирекле” ҡушаматлы Андрейҙың дуҫы оҙатып ҡуйырға була. Часть командиры Мәскәүгә тиклем машина ла бирә, ә баш ҡаланан Өфөгә самолетта ҡайтырға тейеш булалар. Самолетта осор өсөн эт менән бесәйгә махсус рәүештә яңынан паспорттар эшләтәләр. Тик тәүге тапҡыр ауырлыҡтары артыҡ булған өсөн уларҙы бортҡа индермәйҙәр, икенсе тапҡыр улар ултырған һауыттар ҙур булып сыға. “Ирекле” аптырап тормай, йәнлектәрҙе үҙенең машинаһында алып барырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә дүрт тәүлек эсендә улар Шишмәгә барып етә. “Ҡасабаға ингән саҡта уларҙы Андрейҙың апаһы һәм туғандары ҡаршылай. Улар шунда уҡ зыяратҡа инеп сыға. Пират үҙаллы Андрейҙың ҡәберен тапҡас, бөтәһе лә шаҡ ҡата. Эт хужаһының ҡәбере янында әҙерәк тора, әйтерһең, уның менән аралаша. Был осрашыуға “Башҡорт”тоң әсәһен яйлап әҙерләйҙәр, улын юғалтҡас, уның һаулығы насарлана. Ә Пират менән Фугастың килгәнен белгес, дәртләнеп китә һәм осрашыу көндәрен һанай башлай”, – тиелгән баҫмала. Әле Пират ихатала вольерҙа, бесәй өйҙә йәшәй. Яугирҙең әсәһе уларҙы ғаиләһенең ағзаһы тип иҫәпләй, сөнки Пират менән Фугас тегендә улының иң яҡын дуҫтары булған.
Һәләк булған яугирҙең эте менән бесәйе әсәһендә йәшәйәсәк
17 августа 202317 авг 2023
2 мин