17 августа Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандың ғаиләһендә булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май башында төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәрендә хәрби подразделениелар яугирҙәре менән осрашты, яҡташтарыбыҙҙың үтенестәрен тыңланы һәм уларҙың туғандарын, яҡындарын барып күрергә вәғәҙә итте. Хәрби ғаиләһе менән аралашҡан ваҡытта Башҡортостан Башлығы ата-әсәһенә, ҡатынына һәм герой балаларына уларҙың улынан, иренән һәм атаһынан сәләм еткерҙе. - Расположениела булғанда, уға туғандарын барып күрергә вәғәҙә иткәйнем, - тине Радий Хәбиров. – Алғы һыҙыҡтан ҙур сәләм еткерәм һеҙгә. Борсолоуҙарығыҙҙы аңлайым. Үҙем дә егеттәр өсөн ныҡ борсолам. Иң мөһиме – һеҙҙең дә барыһы ла яҡшы. Мобилизацияланған ирҙең ҡатыны төбәк етәксеһенә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бүлгән шәхсән иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы хәрбиҙең ғаиләһендә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең барлығы-юҡлығы тураһында ҡыҙыҡһынды, республиканың махсус хәрби операция