Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы - Ишембайҙа

17 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембайға эш сәфәрендә ҡалалағы төҙөкләндереү объекттарын ҡараны. Ишембайҙағы үҙәк йәмәғәтселек киңлеге – Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙаны. Был – республикала беренсе тапҡыр нефть табыуға арналған юбилей объекттарының береһе. Майҙанды былтыр майҙа яңырта башлағайнылар һәм биләмәне яңыртыуҙың беренсе этабын тамамлағандар. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен заманлаштырҙы, асфальт япмаһын һәм тротуар плиткәһен алмаштырҙы, яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндерҙе. Майҙанды яңыртыуҙың икенсе этабында күп кеше ҡатнашҡан саралар ойоштороу өсөн ҡарағастан амфитеатр ҡуясаҡтар, ял зоналарында эскәмйәләр, бәүелсәктәр һәм башҡалар буласаҡ, урамдағы яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системаһы яңыртыласаҡ. Төбәк етәксеһе майҙанды яңыртыу барышы менән танышты һәм ошонда уҡ ул муниципалитет вәкилдәре, подрядсы ойошмалар менән йәмәғәтселек киңлегенең артабанғы үҫеше мәсьәләләре буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. “СТК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарма директоры Руслан Саттаров икенсе этап эштәренең 90 процентының атҡарылыуы тураһында хәбәр итте һәм эштәрҙе август аҙағына тамамламаҡсылар. Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙаны эргәһенән Губкин урамы үтә. Былтыр бында капиталь ремонт атҡарылды: асфальт япмаһын, тротуар плиткәләрен яңырттылар, Тыныслыҡ урамынан Гагарин урамына тиклемге аллеяны төҙөкләндерҙеләр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. Унда: “Был майҙан – Ишембай символы һәм Ишембай нефтселәренең Башҡортостан сәнәғәтенә индергән өлөшө”, - тигән юлдар ҙа бар. Фотолар, сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/169287.html