Пенсия тәғәйенләнгәндән һуң пенсионер эшен дауам итһә, пенсия ҡайтанан иҫәпләнә. Уны йыл һайын үткәрәләр. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.Пенсияның күпмегә артыуы страховка взностары күләменә бәйле. Страховка пенсияһына максималь өҫтәмә - өс шәхси пенсия коэффициенты.2023 йылдың авгусында Рәсәйҙең Социаль фонды закон менән билдәләнгән тәртиптә 2022 йылда эшләгәндәрҙең страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләй.Башҡортостандан 219 мең пенсионерҙың пенсияһы ҡайтанан һаналды. Иҫәп-хисап үткән йылда эш биреүселәр страховка иғәнәһе түләгән пенсионерҙарҙың барыһына ла ҡағылды.Шулай уҡ билдәләнгән тәртиптә ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка пенсияһы күләме яңынан иҫәпләнә.