Логик мәсьәләләр мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм дөйөмләштереү, мөмкин булған хәл итеү юлдарын эҙләү, стратегия булдырыу, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү һәләтен үҫтереү өсөн кәрәк. Интернет селтәрендә таралған Ҡытай уҡыусылары өсөн был ябай мәсьәлә аптырашта ҡалдыра. Ә ул биш секунд эсендә сиселергә тейеш. Ә һеҙ күпме ваҡытта дөрөҫ яуап табырһығыҙ? Бирелгән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып өҫтәлдең бейеклеген иҫәпләргә кәрәк. Бирелә: өҫтәлдә ултырған бесәйҙең ҡолағынан иҙәндәге ташбаҡаға тиклем ара 170 сантиметрға тигеҙ; өҫтәлдә торған ташбаҡаның өҫкө өлөшөнән иҙәндә ултырған бесәйҙең ҡолағына тиклем ара 130 сантиметрға тигеҙ. Табырға: өҫтәл бейеклеге. Яуабы һүрәттә. Сығанаҡ: twizz.ru