Даланлы кешеләр була бит донъяла. Яҡташыбыҙ Гөлнара Зөбәйерова гослотереяла 21 миллион 159 мең 920 һум аҡса отҡан! Ҡатын оҙаҡ йылдар Мәскәү ҡалаһында йәшәгән һәм тегенсе булып эшләгән. Тик үҙенең күп миллионлы еңеүе тураһында белгәс, республикаға ҡайтырға һәм бында фатир алырға булған. Еңгән аҡсаһына ул шәхси ателье асырға планлаштыра, тегенселек уның бәләкәй саҡтан булған һөнәре. “Билет һатып алыр алдынан мин үткән тираждарҙы анализлайым һәм үҙаллы комбинациялар төҙөйөм. Еңгән көндө иһә, беренсе тапҡыр стратегияны үҙгәрттем. Эштән арып ҡайтҡан инем, шуға күрә уйын майҙанында һандарҙы осраҡлы рәүештә ҡуйып сыҡтым. Ә бер нисә минут үтеү менән телефонға еңеүем тураһында СМС-хәбәр алдым. Шәхси кабинетҡа индем дә, бөтә һандар ҙа йәшел менән янып торғанын күрҙем, тимәк, барыһын да дөрөҫ билдәләгәнмен. Күҙ алды ҡараңғыланып китте, ҡулдар ҡалтырай башланы. “Вау” эмоциялар кисерҙем, уларҙы һүҙҙәр менән аңлата ла алмайым. Ирем ышанманы, улай тик төштә генә була тине. Әле һаман һәйбәт төш күрәмм