17 августа Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 680 урынлыҡ 16-сы дөйөм урта белем биреү мәктәбе төҙөлөшө барышы менән танышты. Уны 1954 йылда асҡандар һәм эш барышында бер тапҡыр ҙа бинаға капиталь ремонт атҡарылмаған. Президент программаһы буйынса федераль ярҙам иҫәбенә мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы буйынса быйыл мәғариф ойошмаһы комплекслы модернизациялау үтте. Эштәр быйыл февралдә башланғыс кластар блогында, уҡыусылар ашханаһында һәм спорт залында башланған. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен алмаштырған, ҡыйыҡты ремонтлаған, биҙәкләү эштәрен атҡарған. Әле биләмәлә төҙөкләндереү, асфальт һалыу, юғары тиҙлекле интернет үткәреү тамамлана. Подрядсылар барлыҡ эштәрҙе лә яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем тамамларға иҫәпләй. Радий Хәбиров уҡыу кластарын, өҫтәмә күнекмәләр һәм түңәрәктәр, стоматология кабинетын ҡараны һәм уҡытыусылар менән аралашты. Ул шулай уҡ директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе эше, кадрҙар менән тәьмин ителеш, кабинеттарҙың йыһазландырыуы менән танышты. Мәктә