Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үткән, ул башта Ленин исемендәге колхозда, «Байрамғол» совхозында малсы булып эшләгән. Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты иҫ киткес тәрән моң эйәһе, уникаль тауышлы йырсы итеп белә. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың, йыр-моң һөйөүселәрҙең сикһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулаған шәхес ине ул. Уның репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры - «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Абдулла Афзал улы төрлө йылдарҙа Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Ул башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө