Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡатын-ҡыҙ күберәк йоҡларға тейеш

АҠШ-тағы Төньяҡ Каролина университеты хеҙмәткәрҙәре гүзәл зат вәкилдәренә туйғансы йоҡларға кәрәк, тип иҫбатлаған. Ә ниңә улай тип уйлайһығыҙмы? Ғалимдар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙ бер юлы бихисап мәсьәләне уңышлы тормошҡа ашыра ала. Шуға улар күпкә нығыраҡ арый. Ә бына көслө зат вәкилдәре аныҡ ваҡытын айырым бер проблеманы хәл итеүгә арнай. Тимәк, улар көс-ҡеүәтен дә артыҡ сарыф итмәй. Өҫтәүенә ғалимдар гүзәл зат вәкилдәре төндә генә түгел, көндөҙ ҙә серем итеп алһа, был ғәҙәттең организмға яҡшы тәьҫир итеүе хаҡында бәйән итә. Бының өсөн сәғәт ярым ваҡыт етә. Көндөҙ серем итеп алыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәйефе яҡшырыуға тәьҫир итә, тиҙ ҡыҙып китеүсәнлектән аралай. Бынан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеү ихтималлығы ла кәмейәсәк. Шул уҡ ваҡытта көндөҙ ике сәғәттән ашыу йоҡлау бөтөнләй кире йоғонтоға эйә икәнлеге хаҡында ла иҫкәртә ғалимдар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, көндөҙ серем итәһегеҙме? Фото: ru.wallpaper.mob