“Ун йыл элек Өфө эргәһендә баҡса һатып алғайныҡ. Тик бер йыл элек күршеләребеҙ алмашынды һәм беҙҙең арала бәхәс-низағ башланды, - тине бер таныш. - Күсеп килгәс үк улар мунса төҙөнө һәм хәҙер уның ҡыйығы беҙҙең ер участкаһына эйелеп тора. Өҫтәүенә, улар баҡсабыҙ сигенә терәп төрлө ағас-ҡыуаҡ ултырта. Был осраҡта нимә эшләргә мөмкин? Күршеләребеҙҙең был ҡылыҡ-ғәмәле башҡа һыймай бит..." Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 263-сө статьяһына ярашлы, ер участкаһы милексеһе – хужаһы – үҙ ерендә төрлө биналар, ҡоролмалар төҙөй, уларҙы үҙгәртеп ҡора йәки күсерә ала. Әммә был осраҡта барлыҡ төҙөлөш нормалары, ҡағиҙәләре һәм ер участкаһының маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса талаптар үтәлергә тейеш. Тағы шуныһы бар: баҡса йортон һалғанда, уны ҡойма менән уратып алғанда күршеләр татыу йәшәһен өсөн закондарҙа яҙылмаған, йәғни кешелеклелек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге хаҡында оноторға ярамай. Бынан тыш, баҡса (дача) участкалары биләмәһендә төҙөлөш объекттарын һалғанда, санитар-көнкүреш талаптарына ярашлы, бер ер участкаһынан икенсеһенә тиклемге арауыҡ сиктәре түбәндәгесә булырға тейеш: Торлаҡ бина (йорт) – өс метр; Мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ҡуралары – дүрт метр; Башҡа ҡоролмалар – бер метр; Ҙур ботаҡлы ағастар – дүрт, уртаса ботаҡлы үҫентеләр – ике метр; Ҡыуаҡтар – бер метр. Күрше мунсаһының ҡыйығы һеҙҙең яҡҡа эйелеп торорға тейеш түгел. Тимәк, был ямғыр яуғанда уның һыуҙары күршенең ер участкаһына аға, тигән һүҙ. Өҫтәүенә күршеләрегеҙҙең ике участка сигендә ағас-ҡыуаҡтар ултыртыуы ла бер ниндәй ҡалыптарға һыймай. Шулай итеп, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә, барлыҡ закон-ҡағиҙә талаптары һәммәһе өсөн ҡабул ителгән һәм уларҙың үтәлеүе мотлаҡ. Фото: "Башинформ".