Өфөнөң художество галереяһында “Кино рәссамдары” исемле үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә республикабыҙҙың күренекле һәм йәш кинорәссамдарының эштәре урын алған. Мәҫәлән, кино цехының алыштырғыһыҙ рәссамы Айгөл Байрамғолова үҙе генә лә бына инде ун йылдан артығыраҡ был эш менән яратып шөғөлләнә. Кино өлкәһе республикала һуңғы йылдарҙа ғына йылдам үҫешә башлағанғамы, рәссамдар күп түгел. Ә бер фильмды төшөрөү өсөн генә лә күпме рәссам кәрәк – рәссам, ҡуйыусы-рәссам, грим буйынса рәссам, костюмдар буйынса рәссам, декорация буйынса рәссам, уларҙың ярҙамсылары һ. б. Тап бына ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн дә инде һуңғы ваҡыттарҙа республикала кинолабораториялар, оҫталыҡ дәрестәре үтеп тора. Бында, махсус белемле рәссамдар квалификацияларын үҙгәртеп, үҙҙәренең һәләттәрен кино өлкәһендә һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә. Ә бөгөн күргәҙмәгә үҙҙәренең эштәрен сығарған йәштәрҙе тап Айгөл Азамат ҡыҙының мәктәбе тиҙәр ҙә инде. Улар: Әлиә Байрамғолова, Рөстәм Баймөхәмәтов, Анастасия Андреева, Әлиә Ха