Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә яңы өйләнешкән йәштәрҙе ҡотланы. Сибай концерт-театр берекмәһендә осрашып табышҡан ҡыҙ менән егет ошо көндәрҙә никах уҡытҡан. Йәш ғаилә башлығы алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда һөйгәненә тәҡдим яһаған. Ҡыҙ риза булған. "Ғаилә ҡороу - ул һәр кешенең тормошондағы мөһим этап. Бөгөн Сибай концерт-театр берләшмәһе артистарҙы ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Ижады был кешеләрҙе бер сәхнәлә туплаған һәм бер бөтөн булып бәйләгән. Дүшәмбе уларҙың никахтары булды, ә был шәмбелә ғаилә башлығының ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаһы тамамлана, һәм ул үҙенең хәрби бурыстарына тотона. Ул хәрби юлын лайыҡлы үтер һәм еңеү менән тыуған яғына ҡайтыр тип ышанам. Мин йәштәргә ғаилә бәхете, именлек, тыныс күк йөҙө аҫтында күп балалар һәм оҙон ғүмер теләйем!" -т ип яҙҙы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.