"Ашығыс экспорт ярҙамы" эшсе төркөмө “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының өс предприятиеһында булды. Был турала Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә. "Республиканың тышҡы иҡтисади ведомстволары, шулай уҡ район хакимиәте вәкилдәре өс предприятиеға барҙы. Белгестәребеҙ етештереү майҙансыҡтарын ҡараны, хәҙер иһә беҙгә урындағы эшҡыуарҙарҙың продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Бының өсөн беҙ уларҙың тауарҙарын күргәҙмәләргә сығарырға һәм сит ил контрагенттарын эҙләргә ниәтләйбеҙ”, – тип билдәләне Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Эшсе төркөм тәүҙә "Гудвилл Групп" предприятиеһында булды. Ойошма биналарҙы матурлау өсөн быяла-магнезит ҡалайҙар һәм панелдәр етештерә. ”СР – профиль” предприятиеһы металл конструкция эшләй һәм монтажлай, ә ”Кушнаренко перәниктәре” сохарый, печенье, марм