Республика кардиология үҙәге табиптары йөклө ҡатынға әмәлиәт эшләгән һәм бер юлы ике ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡалған. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яҙҙы. Асыҡланыуынса, августа Салауат районында йәшәгән ҡатын табипҡа, тын ҡыҫылыу сәбәпле, ялыу менән килгән. Белгестәр йөрәк клапаны протезы тромбозы тигән диагноз ҡуйған. 10 йыл элек пациентҡаға митраль клапанға протез ҡуйғандар һәм унан һуң ул бала тапҡан булған. Ә бына икенсе тапҡыр йөклөлөк ваҡытында тромбоз формалаша башлаған. 3,5 сәғәт эсендә кардиохирург Андрей Коляскин етәкселегендә клапанды тромбтарҙан “ҡотолдоралар” һәм уның функцияһын кире ҡайтаралар. Әле ҡатын менән буласаҡ баланың сәләмәтлеге яҡшы. Тиҙҙән ҡатын кардиоүҙәктән ҡайтасаҡ һәм урындағы медицина белгестәре күҙәтеүендә буласаҡ. Фото: республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.