Бөгөн республикала “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы тамамланды 25 йыл эсендә был конкурста биш мең самаһы уҡыусы көсөн һынаны. Бәйге еңеүселәре бөгөн төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп килә һәм тел һәм мәҙәниәт һағында тора. Бүләкләү тантанаһында сәләмләү һүҙе менән Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты, 2018 йылдың конкурс еңеүсеһе Гөлсәсәк Шәрипова сығыш яһаны. Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева үҙенең сығышында конкурсты уҙғарыу тарихы тураһында һөйләне, уны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең Сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Вәсилә Абдрахманова республика Башлығының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. “Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә иткән Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Рәлиә Ибраһимоваға тапшырылды. БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов жюри ағзаларын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Гөлфиә Янбаева “Ал да сәс нур халҡыңа” миҙалын жюри рәйесе Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдиноваға тапшырҙы. Шулай уҡ ҡайһы бер конкурсанттар юғары уҡыу йорттарының, ваҡытлы баҫмаларҙың, йәмәғәт ойошмаларының махсус бүләктәре менән бүләкләнде. Гөлфиә Янбаева Алтынай Ишбаеваға (Ырымбур өлкәһе) һәм Зарина Фаләховаға (Силәбе өлкәһе) - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Зөлфиә Яхинаға (Сибай ҡалаһы), Илзидә Закаринаға (Краснокама), Асҡар Маликовҡа (Өфө ҡалаһы), Мәҙинә Хәбибуллинаға (Өфө ҡалаһы), Нургизә Әбделмәноваға (Салауат ҡалаһы) “Киске Өфө” гәзитенең махсус бүләктәрен тапшырҙы. Йәмил Яманғолов (Йылайыр районы), Айназ Ғизәтулин (Бөрйән районы), Искәндәр Һиҙиәтов (Ишембай районы) Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус бүләктәре менән баһаланды. Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина сәсәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән мәктәп фольклор төркөмдәре етәкселәрен бүләкләне. “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы” номинацияһында - Наҙгөл Ғәбитова (Өфө ҡалаһы), “Иң яҡшы ир-егет образы” номинацияһында Илтимер Мырҙағолов (Бөрйән районы) еңеү яуланы. Гран-приға Республика инженер лицей-интернатының 10 класс уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова лайыҡ булды! - Еңеүсе булғаныма бик шатмын. Был конкурста беренсе кластан уҡ үҙ көсөмдө һынап ҡарайым. Миңә һәр саҡ ярҙам иткән әсәйемә рәхмәтемде белдерәм. “Урал батыр” эпосын өйрәнеп, мин халҡымдың тарихы тураһында тағы ла тәрәнерәк белдем, - ти Рәзинә. Беренсе урынды Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы балалар баҡсаһының ижади коллективтары яуланы. Бынан тыш, өсөнсө урынға - Ләйлә Тимерғәлиева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Илһам Рәхимов (Ғафури районы), Әҙилә Әминева (Баймаҡ ҡалаһы), икенсе урынға Миләүшә Дусиева (Баҡалы районы), Яҙгөл Хәйруллина (Ишембай районы), Аида Йомағужина (Т.Йосопова исемендәге лицей) лайыҡ булды. Регина Ғәлиева (Белорет районы), Розалия Буранова (Бөрйән районы), Исмәғил Йәғәфәров (Бөрйән районы) беренсе урынды алды. Фото: "Башинформ"
"Урал батыр" конкурсының төбәк-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде
18 августа 202318 авг 2023
2 мин