Көндәрҙең үтә ҡоро һәм эҫе тороуы ауыл халҡы өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Быйыл бесәндең шыйыҡ булыуы ғына етмәгән, уны ҡырҙан алып ҡайтҡанда трактор арбаһында янып китеүе икеләтә ҡаза. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылындағы хәлде барыһы ла күргәндер. Тракторист арбаһындағы бесәнгә ут тоҡанған килеш тиҙерәк йылғаға төшөргә елдерә. Кисә ошо уҡ хәл Хәйбулла районының Һаҡмар- Наҙарғол ауылында ла ҡабатланған. Был юлы Әбҽш янғын һүндҽрҽу командаһының һәм ауыл ир-ҽгҽттәрҽнҽң әүҙҽмлҽгҽ арҡаһыңда эш ҙурға китмәгән, ут тулыһынса һүндерелгән. Тик йәй буйы тир түгеп эшләнелгән бесәндәр генә йәл... Ут менән һаҡ булығыҙ! Фото: Әбеш ауыл биләмәһе төркөмөнән