Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эш хаҡтары арта, тағы...

Быйыл 1 сентябргә тренерҙарға педагог хеҙмәткәре статусы бирелә. Уларға бирелгән социаль гарантиялар ҙа үҙгәрә: эш хаҡтары арта, йыл һайын бирелгән отпуск көндәре күбәйә, аттестациялау процедураһы ябайлаштырыла. Бындай үҙгәрештәрҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән федераль ҡануниәткә индерҙеләр. Был хаҡтағы мәсьәлә тураһында ил Президенты һәм Хөкүмәте ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә һөйләштеләр. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостанда “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, халҡы 100 меңдән кәмерәк булған тораҡтарҙа эшләгәндәргә 1 миллион һумлыҡ грант бирелә. Өс йылда 103 тренер, проектҡа ярашлы, ярҙамдан файҙаланды. “Ауыл тренеры”, иң яҡшы тәжрибә булараҡ, Рәсәйҙең 25 төбәгендә сафҡа индерелде. Кәңәшмә барышында вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәйҙең тотош балалар һәм үҫмерҙәр спорт аудиты тураһында һөйләне. Илдә 52 403 объект беркетелгән 5 005 ойошма эшләй. Был ойошмаларҙа 3 миллион 200 мең спортсы шөғөлләнә һәм 96 мең тренер эшләй. Башҡортостанда 469 о

Быйыл 1 сентябргә тренерҙарға педагог хеҙмәткәре статусы бирелә. Уларға бирелгән социаль гарантиялар ҙа үҙгәрә: эш хаҡтары арта, йыл һайын бирелгән отпуск көндәре күбәйә, аттестациялау процедураһы ябайлаштырыла. Бындай үҙгәрештәрҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән федераль ҡануниәткә индерҙеләр. Был хаҡтағы мәсьәлә тураһында ил Президенты һәм Хөкүмәте ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә һөйләштеләр. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостанда “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, халҡы 100 меңдән кәмерәк булған тораҡтарҙа эшләгәндәргә 1 миллион һумлыҡ грант бирелә. Өс йылда 103 тренер, проектҡа ярашлы, ярҙамдан файҙаланды. “Ауыл тренеры”, иң яҡшы тәжрибә булараҡ, Рәсәйҙең 25 төбәгендә сафҡа индерелде. Кәңәшмә барышында вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәйҙең тотош балалар һәм үҫмерҙәр спорт аудиты тураһында һөйләне. Илдә 52 403 объект беркетелгән 5 005 ойошма эшләй. Был ойошмаларҙа 3 миллион 200 мең спортсы шөғөлләнә һәм 96 мең тренер эшләй. Башҡортостанда 469 объект, 14 балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе өсөн 97 ойошма бар. Быйыл 4 авгусҡа тиклем 1 443 тренер һәм тренер-уҡытыусы эшләй, 49 689 спортсы шөғөлләнә. Дмитрий Чернышенко Башҡортостанды спорт инфраструктураһын яҡшыртыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән төбәк булараҡ билдәләне. Яңы объекттар төҙөлөшө, үҙгәртеп ҡороу, ремонтлау, ҡорамалдарҙы һатып алыу, республикала күнекмәләр өсөн уңайлы шарттарҙы булдырыу тураһында түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ: https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-08-17/uspehi-bashkirii-po-rekonstruktsii-sportivnyh-ob-ektov-otmetili-na-soveschanii-u-vladimira-putina-3392344