13 йыл инде “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды юғалған балаларҙы һәм өлкәндәрҙе эҙләй. Кешенең ҡалала йәиһә урманда йөрөгәндә юғалыуы мөһим түгел. Отряд эшендә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, йыл һайын Рәсәйҙә 180 меңдән ашыу кеше юғала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһын да иҫән килеш тапмайҙар. “ЛизаАлерт”тың ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-700-54-52. Ошо телефон аша юғалғандарҙы эҙләү буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Отряд ирекмәндәре дистанцион рәүештә, шулай уҡ йөҙҙәрсә ирекмәнде, белгесте, киң мәғлүмәт сараларын һәм интернет-берләшмәләрҙе йәлеп итеп, күләмле эҙләү операцияһы йәйелдерә ала. Ирекмәндәр кинологтар, водолаздар, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары, картографтар, элемтәселәр һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр менән берлектә эшләй. Команда эше яйға һалынған, һөҙөмтәле, отрядтың һәр ағзаһы үҙ эше менән шөғөлләнә. Ҡотҡарыу отряды ирекмәндәренә нисек ярҙам итергә була? «ЛизаАлерт» аҡсалата ярҙам ҡабул итмәй, уның иҫәбе һәм виртуаль янсыҡтары юҡ. Был - отрядтың принципиаль һәм үҙгәрешһеҙ позицияһы.