Йыл ярым элек был проект ҡына ине, уның менән эшҡыуарҙар ғаиләһе Межгорье ҡалаһы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итте. Бөгөн – тәүлек әйләнәһенә эшләгән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү автойыуыуы асылған да. Медведевтар ғаиләһенә бындай автойыуыу ойоштороу идеяһы осраҡлы ғына килмәй. Сөнки байрамдар һәм каникулдар ваҡытында, айырыуса миҙгелдәр алмашынғанда, барлыҡ автоһәүәҫкәрҙәр, ҡалала булған автойыуыуҙар етмәү, ҙур сираттар теҙелеүе проблемаһы менән осраша. Баҡтиһәң, булған автомойкалар ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү өсөн етмәй икән. "Эшҡыуарҙарға ер участкаһы һайлауҙа ярҙам иттек, төҙөлөш осоро артта ҡалды, һәм бына ул – “COOGA WASH” автойыуыуын асыу көнө етте", - тип билдәләне Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Чоловский. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн автомобиль йыуыу бүлмәһендә ябыҡ, яҡты, йылы һәм иркен бокстар, заманса ҡорамалдар ҡаралған. Өҫтәмә рәүештә машинаны ябай һыуҙан эҙҙәр ҡалмаһын өсөн тоҙһоҙ һыу менән йыуыу, тәгәрмәстәрҙе ҡарайтыу, балауыҙ менән эшкәртеү, саң һурҙырғыс кеүек хеҙмәттәр бар. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.
Межгорьела үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү автойыуыуы асылды
4 августа 20234 авг 2023
1 мин