Йәштәрҙең һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһе лидерҙарының ҡаҙаныштарын йәмәғәтселек кимәлендә танытыу, уларҙың хеҙмәттәрен бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтеү, профессиональ берләшмәнең иң яҡшы вәкилдәрен асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Бөтә Рәсәй «Йәштәр ваҡыты» йәштәр ҡаҙаныштары премияһын үткәрә. Премия йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тәҡдим иткән алты төп номинацияны, йәштәр сәйәсәте өлкәһе вәкилдәренең һөнәри оҫталыҡ конкурсын (ғаризалар 2023 йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә), шулай уҡ «Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы» махсус номинацияһын (ғаризалар 2023 йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә) үҙ эсенә ала. Конкурстың һөнәри оҫталыҡ буйынса шәхси һәм команда номинацияларында төбәк биләмәһендә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ субъекттың йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырған ведомство ҡарамағындағы учреждениелар етәкселәре һәм белгестәренең ҡатнашыуы төбәктең кадрҙар составының теоретик белем кимәлен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Ә «Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы - 2024» статусы Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ сараларын, шул иҫәптән федераль грант конкурсын һәм махсус медиапроекттарҙы үткәреүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирәсәк, еңеүсе ҡалаларҙы танытыу медиастратегияһын, методик һәм эксперт ярҙамын алырға мөмкинлеккә юл асасаҡ. Номинациялар буйынса ҡатнашыусыларҙы теркәү өсөн берҙәм һылтанма: grants.myrosmol.ru/events/5a24ad98-d2d9-403d-86e6-91e07152abd0 Фото: vk.com/youthtimeaward