Найти в Дзене

Йыһандан күҙәтәләр

Быйылғы тәүге йыллыҡ йомғаҡтарына ярашлы, урман инспекторҙары ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу күләмен кәметеүгә өлгәште. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дәүләт урман инспекторҙары тикшереү маҡсатында 12 149 тапҡыр патрулгә сыҡҡан. Контроль-күҙәтеү барашында урман ҡануниәтен боҙоуҙың 177 осрағы асыҡланған – 4,5 мең кубометр ағас рөхсәтһеҙ ҡырҡылған. Һөҙөмтәлә урман фондына 80,7 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда законһыҙ ағас ҡырҡыу күләме 22 процентҡа, килтерелгән зыян 30 процентҡа аҙайған. Федераль дәүләт һәм янғын күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Эльмира Хөсәйенова әйтеүенсә, рөхсәтһеҙ урман киҫеү күләменең яртыһынан ашыуы Башҡортостанда урманлы файҙаланыуҙың дистанциялы мониторингын үткәреү һөҙөмтәһендә асыҡланған. “Был алым 4,9 миллион гектарҙа, йәғни урман фонды биләмәһенең 86 процентында йыһан системаларын ҡулланыу ярҙамында тормошҡа ашырыла”, – ти Эльвира Хөсәйенова. Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайты.