Ихатағыҙҙа ҡош-ҡортоғоҙ үҫеп еттеме? Бройлерҙарығыҙ һимерҙеме? Ғәҙәттә, ҡайһы берәүҙәр ҡош-ҡорттоң итен тәмле күрһә лә, эске ағзаларын – бауыр-йөрәген эшкә һанамай. Һеҙҙең иғтибарға ҡош-ҡорттоң бауырынан бик тәмле ризыҡтар рецепттары тәҡдим итәбеҙ. Тауыҡ бауырынан кәтлит 450-500 грамм тауыҡ бауырына 1 баш һуған, 1 тырнаҡ һарымһаҡ ҡушып, блендерҙа иҙергә. Ошо массаға 1-2 аш ҡалағы он, 1 сәй ҡалағы паприка, самалап тоҙ, борос һалып болғарға һәм кәтлит кеүек итеп бешерергә. Ҡоймаҡлы ҡабымлыҡ 600 грамм самаһы бауырҙы ит турғас аша үткәрергә, 1 стакан һөт, 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы он ҡушып болғатырға, самалап тоҙ, борос өҫтәргә. Масса йомшағыраҡ булһын тиһәгеҙ, блендер ярҙамында иҙеп алығыҙ. Аҙ ғына майланған табала ике яҡлап ҡоймаҡ кеүек бешерергә. Эслек өсөн: сырҙы, 1 кишерҙе һәм 1 тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, майонез менән бутарға. Эслекте ҡоймаҡҡа һылағас, рулет итеп төрөргә. Бер аҙ һалҡын урында тотҡас, киҫәкләп ҡырҡырға. Паштет 600 грамм ҡош-ҡорт бауырын, 1 баш һуғанды ваҡ ите