Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң художество-сәнғәт колледжы һәм Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы нигеҙендә “Сәнғәт һәм креатив индустрия" йүнәлеше буйынса ике кластер асыла. Тағы ла “Туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе” йүнәлеше Өфөнөң тармаҡ технологиялары колледжы һәм “Ағиҙел” предприятиеһының үҙ-ара бәйләнеше һөҙөмтәһендә үҫешәсәк. -Беҙ келәм туҡыу һәм мебель цехын киңәйттек һәм беҙгә йәш квалификациялы кадрҙар талап ителә, - тине “Ағиҙел”дең директоры Гүзәл Кәримова. – Бынан тыш эске туризм һәм глэмпинг та әүҙем үҫешә, тирмәләр етештерәбәҙ. Был йүнәлештә лә беҙ белгестәргә мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Кластер булдырыу уларҙы ғәмәлдә әҙерләргә булышлыҡ итер. Кластерҙарҙың һәр береһе федераль ҡаҙнанан 70 миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Тағы ла 100-әр миллион һум аҡса Өфө университеты базаһындағы машиналар эшләү кластерына, Салауат индустриаль колледжында химия тармағы буйынса кластерға, Мәләүез күп профилле колледжында ауы