Башҡортостан Республикаһында һалымдарҙы ваҡытында түләмәгән бурыслылар буйынса һалым хеҙмәте һәм суд приставтары хеҙмәтенең берлектәге рейдтары дауам итә. 2023 йылдың 1 июленә ҡарата республика халҡының мөлкәт һалымдары буйынса бурысы 1,8 миллиард һум тәшкил итә. Ағымдағы йылдың алты айында һалым бурысы 800 миллион һумдан ашыуға кәмегән. Бурыстың төп өлөшөн транспорт һалымы – 1 миллиард һум тәшкил итә. Заманса технологиялар бурыслыларҙың транспортының ҡайҙалығын оператив асыҡларға һәм уларға мәжбүри үтәү сараларын ҡулланырға ярҙам итә. Сираттағы дүртенсе рейд барышында бурыслыларға “Nissan X-trail”, “Renault Duster”, “Mitsubishi Lancer”, “Lada Granta” автомобилдәренән айырылырға тура килә, улар һалымдар буйынса 1,5 миллион һумдан ашыу бурыслы була. Урында дәүләт менән иҫәпләшә алмаған бурыслыларҙың машиналары сауҙала һатыласаҡ, ә алынған аҡса бурысты ҡаплау иҫәбенә йүнәлтеләсәк. Рейдтар республиканың ҡала һәм райондарында ағымдағы йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк. Һалым органдары иҫкәртә, һалым түләүсе һалым түләүҙе кисектереп торған һайын, уға күберәк түләргә тура киләсәк: был көн һайын арта барған пенялар, дәүләт пошлинаһы һәм башҡарыу йыйымдары. Өҫтәмә сығымдарҙы булдырмау маҡсатында республиканың һалым органдары һалым түләү буйынса бурысты ваҡытында үтәргә кәңәш итә. Бурыстың булыуы (булмауы) тураһында белергә һәм Уны “Физик шәхестәрҙең шәхси кабинеты” (“Личный кабинет физических лиц”) һәм “Һалымдар һәм пошлиналар түләү” (Уплата налогов и пошлин) интерактив сервистары ярҙамында Федераль һалым хеҙмәте сайтында, “Физик шәхес Һалымдары” (“Налоги ФЛ”) мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡапларға мөмкин. Фото: iuldash.ru