Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғаилә традицияһын дауам итеп...

Әлшәй районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Әлшәй районы Раевка ауылынан Жанна Шарвадзеның алдына ниндәй һөнәр һайлау бурысы тормай. Әсәһе лә, өләсәһе лә парикмахерҙар булып эшләгәс, ҡыҙ хеҙмәт династияһын дауам итә. Һәм, әлбиттә, үҙенең матур һәм заманса салонын асыу тураһында хыяллана. Райондың бизнес шәрифе Светлана Трунова белдереүенсә, Жанна Әлшәй районы хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашҡан. Ул бөҙрәхана асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән. Бында уға консультациялар бирелде һәм Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы программаһында ҡатнашырға - социаль контракт төҙөргә тәҡдим ителде. Социаль контракт буйынса бүленгән дәүләт ярҙамына Жанна Шарвадзе кәрәкле ҡорамалдар, йыһаздар һатып алған һәм матурлыҡ студияһын асҡан. Бында тырнаҡ, керпек, парихмахер сервисы үҫтереү хеҙмәттәре күрһәтелә. Әлшәй районы биләмәһендә үҙ проекттарын бойомға ашырырға теләге булғандарҙың барыһын да хакимиәттә көтөп ҡалалар. Урындағы йүнселдәр өсөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ысын мәғәнәһендә уларға юридик, матди һәм башҡа йүнәлештәр буйынса асыҡтан-асыҡ ярҙам итә, тәҡдим иткән проекттарын тормошҡа ашырып ҡына ҡалмай, ә уны артабан киңәйтергә һәм оло баҙар селтәренә алып сығыуға туранан-тура булышлыҡ итә. Йәнә шуны ла оноторға ярамай: эшҡыуарлыҡта тик тәүәккәлдәр генә ота, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, ҡуйған маҡсатына ынтылып, сәмләнеп һәм дәртләнеп эш иткәндә барыһына ла өлгәшергә мөмкин. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.