Ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары сиктәрендә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын дауам итә. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ишкилде ауылы халҡы (халыҡ телендә - Көрәк) ялға ҡайтҡан ауылдаштарын йыр-моң, ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алған. Ни тиһәң дә бөгөн туғандарҙың ғына түгел, ауылдаштарҙың да терәк һәм кәрәк булыуы бик мөһим. Яуҙан ялға ҡайтҡан яугир туғандары янында көс туплай, улар менән осрашыу-аралашыуҙарҙан һағыныуҙарын баҫа, күңелдәрен бөтәйтә. Ни тиһәң дә тыуған яҡта туғандарың янындағы ялдан да ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?! Фото һәм видео: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән