Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта ла, тылда ла “Красная звезда” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Илья Эренбургтан да билдәле яҙыусы булмағандыр. Һалдаттар гәзитте уҡып бөткәс, ҡағыҙынан тәмәке төрөп тартҡандар. Ә инде ул биттә Эренбургтың мәҡәләһе булһа, теймәгәндәр. Яҙыусының һәр мәҡәләһе изге һаналған. Илья Эренбург Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге Башҡорт кавалерия дивизияһында ла булып, 1942 йылдың 20 ноябрендә “Красная звезда”ла һәм республиканың “Ҡыҙыл Башҡортостан”ында “Башҡорттар” тигән эссеһын баҫтырып сығара. Ул башҡорт яугирҙәрен шул тиклем яратып яҙа. Унда шундай юлдар бар: “Башҡорттар – тыныс һәм изге күңелле халыҡ, әммә улар азатлыҡ ярата... ...1812 йылда урыҫтар менән бергә башҡорттар Наполеонды ҡыуған. Француз мемуарисы Дюпюи яҙа: “Беҙҙе айырыуса һөңгө һәм уҡтар менән ҡоралланған башҡорттар отрядтары яфаланы”. Фрицтар автоматтар менән ҡоралланған башҡорттарҙы күрҙе. Хәйрулла Ҡолөмбәтов минометтан немецтарҙың ротаһын юҡ иткән. Салауат Ҡарымов йөҙ илле ике фрицты ҡырған. “Дейче цейтунг фюр ОЛстланд”та ниндәйҙер доктор Мейерҙың: “Шуны өҫтәргә кәрәк: Дон далаларында беҙ башҡорт ҡәбиләһенә ингән ҡырағай, әммә ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ”, – тип яҙыуына аптырайһы түгел. Ниндәй заман ағышы, ниндәй генә һуғыш-алышы булмаһын, яугир башҡорт һәр саҡ дан менән еңеп ҡайтҡан. Ә беҙ бөгөн Шайморатов исемендәге батальонға юлланабыҙ. Базала беҙҙе “Шаман” менән “Шәйех” көтә ине. Ауыр бронежилеттарҙы кейҙек, инеп ултырҙыҡ. Дебальцево тарафына юл тоттоҡ. Беҙ барасаҡ М...-ка тигән ҡасабаға 100 саҡрымға яҡын ара тинеләр. Шайморатов исемендәге батальондың дислокация урыны шунда икән. Юл иҫ киткес алама, соҡор ҙа саҡыр. Юҡ, “бомбежка-фәлән” булған урындар күҙгә салынманы. Тик бында, һуңынан юл төҙөүселәр аңлатыуынса, юлдар 35 – 40 йыл буйы төҙөкләндереү хәстәрен дә, асфальт яңыртыуҙы ла күрмәгән. Ҙур тәгәрмәсле хәрби машиналар ен кеүек йөрөй, уларҙы көскә-көскә, эс-бауырҙарҙы һелкетә-һелкетә уҙабыҙ. Ныҡ нығытылмаған, ахыры, һикергән һайын бронежилет йә эйәккә килеп ҡағыла, йә ауырлығы менән аҫҡа-өҫкә һөйрәй. Түҙәбеҙ. Юлда урындағы халыҡ йыш осрай. Барыһы ла тиерлек совет иле техникаһында. Тәүҙә “Днепр”, “Урал” бишекле матайҙарын күреп ултыра төшкәйнем, “боронғо” ике “запарай”ҙы күргәс, күҙем шар булды. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул машиналар күрер күҙгә иҫ киткес күркәм бит ул. Йәмшәймәгән, буяуҙары ҡупмаған. Юлда саң уйнап ятһа ла, бысраҡ та түгелдәр. Беҙ – “Шаман”, Вәдүт, мин – бер машинала. Рулдә – Валера. Рөстәм йөрөткән икенсеһендә – Эдуард, Венер. Уларҙы “Шәйех” оҙатып бара. Машиналар бер-береһенә тағылышып тигәндәй килә, шулай ҡушылған, артта ҡалырға ярамай. Соҡормо, упҡынмы – тағылып киләһең. Ни күрһәк тә, бергә күрергә, тигәндәй. “Шаман”. Үткер ҡарашлы, сая командир. Уның һәр хәрәкәтендә ут уйнап, йәшен йәшнәр кеүек. Исемен йәшермәй: Айҙар Шәйәхмәтов. Быға тиклем республика Хөкүмәтендә бүлек мөдире булған. Эске сәйәсәт менән шөғөлләнгән. Унан алда оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, подполковник дәрәжәһендә ялға киткән. Ул өлкәләге дәрәжәнең хәрби хеҙмәткә ҡағылышы юҡ, бында ул лейтенант, рота командиры урынбаҫары. Ихлас әңгәмәсе, һәр һорауға командирҙарса асыҡ һәм тулы яуап бирә, сетерекле һорауҙарҙан да ҡасмай. – Махсус операция башланғас, теге йәки был һалдаттың үлеме, юғалыуы хаҡында һорашып, туғандары беҙҙең бүлеккә килә башланы. Һин унда булмағанһың, унда нимәләр булып ятҡанын белмәгәс, аныҡ яуап биреп тә булмай. Тураһын әйтәм, һорауҙың айышына ла төшөнөп булмай. Азат Шамилевич МХО биләмәһенә барырға ниәтләнгәс, уға шылтыратам. Мине лә үҙең менән ал, тим. “Ысынлапмы, ҡурҡмайһыңмы?” – тип һорай. “Юҡ, бар ғүмерем хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә үткән, ут-һыу кискән бар”, – тим. НАТО-ға ҡаршы ҡасан һуғышабыҙ әле, тип тә ебәрҙем. Эшем буйынса һалдаттарға ярҙам иткем килә, тинем. Мин бында, һалдаттар янында, ысынлап та, күпкә файҙалыраҡ эш менән шөғөлләнә алам. Шулай итеп, ноябрҙән алып “Шаман” бында. Уның һөйләгәндәрен яҙып ултырам да бик хәтәр уйға киләм, “13”-төң, Премьер -министрҙың беренсе урынбаҫары Бадрановтың был тәүәккәл аҙымы күптәргә өлгө булған бит. Күп дуҫтары уның артынан эйәргән. Алғы һыҙыҡта булғанда Азат Шамил улы был турала әйтеп тә киткәйне. Ысын дуҫ яуҙа һынала, тигәндәй, ул дуҫтарын яратып, өлгө итеп һөйләне. Мәҫәлән, уның яҡын дуҫы Илмир МХО биләмәһенә Мәскәүҙән килгән. Баш ҡалала уҡый, дәүләт хеҙмәтендә эшләгән. Ә үҙенең бронь, сөнки өс балаһы бар, ләкин был ғына уны туҡтатмаған, мобилизация башланғас та, Азатҡа “мин һинең менән барам” тигән ул. Хәҙер Азат янында. Бергә утҡа инәләр, бер ҡалаҡтан һалдат һурпаһын һемерәләр. Азаттың икенсе йәндәй иптәше Салауат менән беҙ күрешә алманыҡ, алғы һыҙыҡта, уттың тап уртаһында ине ул. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында Азат менән бала саҡтан бергә, бер бүлмәлә йәшәгәндәр. Ул да: “Азат, һинең менән барам!” – тип ҡулына ҡорал алған. – Салауат элемтә взводы командиры булып хеҙмәт итә, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында, үҙенең егеттәре менән батальон подразделениеларын бәйләнеш менән тәьмин итә, – тип ғорурланып һөйләне “13-сө”. – Был эштең асылын аңлар өсөн күҙ алдына килтерегеҙ: алыш бара, атыш, ә элемтәселәр ҡорамалдары һәм сымдары менән һуғыш яланы буйлап шыуыша. Ысын ирҙәр генә бер-береһенә ҡалҡан була алалыр. Һоҡланғыс бит. Ошо сая егеттәрҙе нисек, ниндәйҙер матди ҡыҙыҡһыныу яу яланына алып килгән, тип әйтергә тел әйләнмәй. Улар бер-береһенә, ысын дуҫлыҡҡа, иленә мәңге тоғролар һәм ошо изге тойғо бер-береһенә иңгә-иң терәшеп алға барырға, фашизмды еңергә ярҙам итә лә инде. “Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарары күңелдә ниндәйҙер үкенес тойғоһо уятмаймы?” – тип тә һорағайныҡ Азат Шамил улынан. Ул уйлап та торманы, шунда уҡ: – Юҡ, – тине. – МХО биләмәһенә яҡташтарым – Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәрен оҙатҡан саҡта күңелемде ауыр уйҙар биләп алды: улар һуғышҡа китә, ә мин республикала ҡалам. Нисектер ғәҙел түгел кеүек. Намыҫыма тейҙе. Патриотизм тураһында һүҙҙәр һөйләйбеҙ, ә өлгө күрһәтә алмайым кеүек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, аңланым: доброволецтар һәм мобилизацияланғандар менән бергә булырға кәрәк. Уларҙың һәр береһенең үҙҙәре генә белгән мотивацияһы. Урыным улар янында кеүек ине, һәм барыһы ла ошолай килеп сығыуына, янымда дуҫтарым булыуына шатмын. Дауамы бар.