Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итәләр

Стәрлетамаҡ районының Наумовка моделле ауыл китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә совет шағиры Рәсүл Ғамзат улы Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерләнә башланылар. Мәҫәлән, китапханала эшләп килгән “Флоранж” клубы ҡатнашыусыларының береһе, урындағы шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Эльмира Бирғәлина, Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың “Мин теге һалдатты тағы күрәм” шиғырын башҡорт теленә тәржемәләү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарған. “Беҙгә, китапханасыларға, уҡыусыларҙан ошондай илһамлы, ижади бүләктәр алыу бик ҡиммәтле һәм ҡәҙерле! Рәсәй яҙыусыларына һәм шағирҙарына ҡарата иғтибарлы һәм тулҡынлы мөнәсәбәт булыуы ҡыуандыра. Шуға күрә лә Рәсүл Ғамзатовтың ижадын һөйөүселәр менән шиғри юлдар менән урталашырбыҙ”, – тине китапханасы Наталия Макарова. “Был – тәүге тәржемәләремдең береһе. Рәсүл Ғамзатов – ул һәр кемгә бәләкәйҙән таныш исем. Унда әсәйҙең бишек йыры ла, атайҙар усағының йылыһы ла, алыҫ алыштарҙың саңы ла, ауыл тауыштары ла, күктәге торна сыңлауы ла бар. Шағир үҙе иҫән сағында атайсалының данлы улына әйләнде һәм бер үк ваҡытта бөтә донъяға билдәле ҙур держава символына әүерелде. Киләсәктә шағирҙың әҫәрҙәрен туған телгә тәржемә итергә ниәтләнәм”, – тип билдәләне шағирә. Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.