Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яулыҡта - тарих

Баймаҡ районы Байым ауылынан Таңһылыу Вәлиева үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге ҡыҙыҡлы яҙманы ҡуйған. "Сәлимә һеңлем һөйләй. Уға бөгөнгө аят табынында хәйер - саҙаҡа таратҡанда бер яулыҡ биргәндәр.КЕМ ҺАНДЫҒЫНДА ҺАҠЛАНЫП ЯТҠАНДЫР БЫЛ ЯУЛЫҠ?Һеңлем һөйләй:- Беҙ күреп өйрәнгә яулыҡтарҙан ҙур, сәсәкһеҙ шәл тиергә була. Беше генә, сәскәләре матур, төҫтәре сағыу. Бер мөйөшөнә этикетка йәбештерелгән, унда бөтәһе лә яҙылғанҙ ҡайҙа, ҡасан, кем, нисек?.."Башкирское художественное объединение "Агидель" сығарған заманында бындай Х-Б яулыҡтары. Хаҡы - 1 һум 56 тин!Яулыҡ 1985 йылғы. РСФСР, БАССРӘ АҒИҘЕЛ берекмәһе ниндәй генә сувенирҙар етештермәне! Гөрләп торҙо бит уның даны!" һеҙҙең дә һандыҡтарығыҙҙа тарихи яулыҡ, таҫтамалдар юҡмы? Фото һәм сығанаҡ: Таңһылыу Вәлиева