Рәсәй Армияһының Үҙәк Йорто “Катюша-юниор 2023” йәш таланттар фестиваленең 9-сы асыҡ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итә. Күп йылдар эсендә ҙур популярлыҡ яулаған асыҡ "Катюша-юниор" фестиваль-конкурсы йәнә илдең төрлө ҡалаларынан үҙенең вокаль оҫталығы менән балҡырға теләгән талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙар көтә. Ижади ярышта 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Өҫтәүенә, шәхси башҡарыусылар, шулай уҡ ансамблдәр һәм ижади коллективтар 6-9 йәш, 10 йәштән 12 йәшкә тиклем, 13 йәштән 16 йәшкә тиклемге категорияла көс һынаша ала. Фестиваль-конкурстың һайлап алыу туры һәм финалы 7-10 ноябрҙә Рәсәй Армияһының Үҙәк Йортонда билдәле кешеләр менән осрашыуҙар һәм ҙур байрам менән тамамланасаҡ. Фестивалдең беренсе этабы электрон программа буйынса ситтән тороп үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың электрон ғаризалары видеоматериалды (тере башҡарыу) ике әҙер номер – ике әҫәр (беренсеһе – патриотик йүнәлешле, икенсеһе башҡарыусы ҡарарына) 2023 йылдың 15 октябренә тиклем cdra@mil.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. https://doc.mil.ru/documents/quick_search/more.htm?id=11924287%40egNPA https://cdra.ru/index.php/nashi-proekty/festival-konkurs-yunykh-darovanij-katyusha-yunior-rejs-moskva-mechta
Талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы "Катюша-юниор" фестивале көтә
4 августа 20234 авг 2023
1 мин