Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рита Өмөтбаеваны Баймаҡ районы башлығы ҡотланы

Ошо уңайҙан Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Баймаҡтың талантлы ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотланы. "Был иҫ киткес ҡатын үҙенең ғәҙеллеге, эш һөйөүсәнлеге һәм холоҡ ныҡлығы өсөн хөрмәткә лайыҡ. Бөтә яҡташтарыбыҙ ҙа минең менән килешер, тип ышанам. Рита Ришат ҡыҙына иң яҡшы кешелек сифаттары тупланған.Хөрмәтле Рита Ришат ҡыҙы! Ысын күңелдән һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм татыулыҡ теләйбеҙ.Һәр ваҡыт тормошоғоҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм ҡәҙерләгән туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһын. Бары тик һеҙгә оҡшаш изге һәм яҡты кешеләр генә һеҙҙе уратып алһын", - тип яҙған Фәнис Ғәдрәшит улы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының халыҡ күңелен яулаған "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "Ҡурай даны", "7 Егет" һәм башҡа сағыу проекттар, тапшырыуҙар авторы, талантлы журналист, абруйлы етәксе Рита Ришат ҡыҙы башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән шәхес. Илһөйәр, халҡы өсөн янып эшләүсе, рухлы һәм ғәҙел замандашыбыҙҙы алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар һәм балҡыштар юлдаш булһын! Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән