Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова социаль селтәрҙә “йәййөрөм” хештегы аҫтында үҙенең ялындағы ҡыҙыҡлы мәлдәре менән бүлешә. Ғалимә уҡытыусы булараҡ яҙылыусыларына сетерекле һорауҙар ҙа яуҙыра: “Ҡайҙа ғына баҡма – урман, урман... Ә тауҙары уйсан, ғәйрәтле! Ауылдары уның бәләкәс тә, Кешеләре оло йөрәкле! Ерҙең ең һыҙғанған аҫабаһы - Шундай халыҡ йәшәй Бөрйәндә. Йөрәгендә былбыл һайрата ул "Эштәйем!" – тип янып йөрөгәндә... (Самат Ғәбиҙуллин). Әйткәндәй, борон бер килен: "Ураҡ урмаҡ – уйнамаҡ, бесән сапмаҡ – йән сыҡмаҡ" – тип әйткән тейме, уйлаған тейме шунда?!.. Һорау: Ни өсөн улай тип әйтте икән ул киленкәй, ә?..”
Борон бер килен: "Ураҡ урмаҡ – уйнамаҡ, бесән сапмаҡ – йән сыҡмаҡ" тигән
3 августа 20233 авг 2023
~1 мин